-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
12 Ноябрь , 14:15

Өйрәнсектәр оҫтара

Өфөлә “Арт-Квадрат”та  “КУБУС” тигән архитектура мәктәбе эшләй. Унда 6 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар “Дизайн”, “Живопись һәм графика”, “Архитектура”, “Урбанистика” кеүек төркөмдәрҙә шөғөлләнәләр. “Кубус” мәктәбе Өфө нефть техник университетының архитектура-төҙөлөш институтына ҡарай.

Өйрәнсектәр оҫтара
Өйрәнсектәр оҫтара

Дизайн төркөмөндә әле графика һәм китап дизайнына арналған бүлекте тамамлағандар. Хәҙер предметтар дизайнын өйрәнә башлайҙар. Бауһаус мәктәбе һәм уның мираҫы менән танышып, өҫтәл, ултырғыс проекты, һауыт-һаба дизайны, текстиль дизайны менән шөғөлләнәсәктәр. Бик ҡыҙыҡлы темалар һәм бик ваҡытлы һөнәрҙәр. Ә Бауһаус немец сәнәғәт архитектураһы мәктәбе ХХ быуат башында барлыҡҡа килгән һәм замана архитектураһына  ҙур йоғонто яһаған. Бауһаус (Bau — “төҙөлөш” һәм Haus — “йорт, бина” тигән һүҙҙәрҙән) мәктәбенә 1919 йылда Германияның Веймар ҡалаһында рәссам Вальтер Гропиус тарафынан асылған “төҙөлөш йорто” башланғыс һалған. Төп идеяһы монументаль һәм декоратив сәнғәтте бергә ҡушыу, функционаллек, һәр элементты файҙалы итеүҙән торған.
“Кубус” мәктәбендәге живопись һәм графика төркөмөнә йөрөүсе балалар  төҫтәр, композиция өйрәнгән. Хәҙер архитектура графикаһын башлағандар. Тап менән эшләү темаһы, ҡәҙимге тап. Әммә уның да үҙ теорияһы бар икән. Өйрәнсектәргә тушь һәм ҡара линерҙар ярҙамға килә.

24 октябрҙә “Арт-Квадрат”ҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Федераль Стратегик инициативалар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева ла килеп сыҡҡайны. Уларға кубуссылар “Ҡорамалы юрған” тигән коллектив эштәрен күрһәткән.

Сығанаҡ

Өйрәнсектәр оҫтара
Өйрәнсектәр оҫтара
Өйрәнсектәр оҫтара
Өйрәнсектәр оҫтара
Өйрәнсектәр оҫтара
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: