Был хаҡта Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡҡан. “Яугирҙе квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн йәһәтләп тылға алып сығыу – бик мөһим фактор, ул тере ҡалыу форсатын күпкә арттыра. Һәр мәл иҫәптә була, ә студенттар командаһы эшләгән арба был ғәмәлде һөҙөмтәлерәк һәм хәүефһеҙерәк итә”, – тигән хакимиәт башлығы.
Яҡын арала ике тәгәрмәсле арба гуманитар ылау менән алғы һыҙыҡҡа оҙатыласаҡ.
Сығанаҡ: Башинформ.