+14 °С
Облачно
Оҫтахана
30 Января 2025, 15:20

Аяғына ут ҡапҡан

12 йәшлек малай радио йүнәткән. Алабарманыраҡ булған инде. Яңылыштан туң йоҙаҡты иретә торған шыйыҡсаны түгеп ебәргән, етмәһә, уға нәскийе  менән баҫҡан. Зажигалка менән сым иреткәндә нәскигә ут ҡапҡан.

Аяғына ут ҡапҡанАяғына ут ҡапҡан
Аяғына ут ҡапҡан

Ярай ағаһы өйҙә булған. Йүгереп килеп, янған нәскиҙе һүндергән. Әммә ҡустыһының аяғы 1-2-се дәрәжәлә бешеп өлгөргән. Әлбиттә, дауаханаға эләккән.

Һөнәр арттырыу, техниканы йүнәтеп өйрәнеү һәйбәт. Тик һаҡһыҙлыҡ, алабарманлыҡ насар. Ни эшләһәгеҙ ҙә, һаҡ булығыҙ.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас