Шуның өҫтөнә, ҡыҙыл төҫкә буялған йөндө махсус энә менән сәнсеп (фильцевание), һүрәт эшләнем, яҙыу яҙҙым.
Быйыл — Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусы йылы, шуға ла иң тәүҙә Ил-әсә һүрәтен кейеҙгә баҫып төшөрҙөм. Һуңынан 1941-1945 йылдар тигән яҙыу баҫтым. Былар бөтәһе лә махсус энә ярҙамында йөндө сәнсеп эшләнде.
Әсәйем менән икәүләп кейеҙ баҫыу менән күптән шөғөлләнәбеҙ. Ә был кейеҙҙе "Аманат" журналының конкурсы өсөн махсус эшләнем.
Зарема Таһирова,
"Аманат"тың йәш хәбәрсеһе,
Йылайыр районы Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.