-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
1 Февраль , 11:24

"Ҡәйүм" олатаһы менән ғорурлана

“Ҡәйүм” тигән саҡырыулы яугир  махсус хәрби операцияла “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында өлкән уҡсы булып хеҙмәт итә. Ефрейтор “Ҡәйүм” – Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышҡан гвардия старшинаһы Ҡәйүм Хәбибрахман улы Әхмәтшиндың ейәне.

"Ҡәйүм" олатаһы менән ғорурлана
"Ҡәйүм" олатаһы менән ғорурлана

МХО яугиренә олатаһын күреү бәхете теймәгән – ул 1943 йылда Речица ҡалаһы тирәһендә батырҙарса һәләк булған. Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоев районы Уборок ауылы эргәһендә ерләнгән. Советтар Союзы Геройы исемен батырға үлгәндән һуң, 1944 йылда, биргәндәр.

“Ҡәйүм” ғорурлыҡ менән олатаһы тураһында һөйләй:

Олатайым Ҡәйүм Хәбибрахман улы 1943 йылда Днепрҙы кискәндә тапҡырлығы менән айырыла. Ул взвод командиры була. Йылғаны кискәндә ярсыҡ кәмәне тишә. Эргәнән һалда йөҙөп барған олатайым кәмәгә күсә лә, тишекте томалап, кәмәне ярға алып сыға. Днепрҙың көнбайыш ярында взводы менән ҡамауҙа ҡала, һуғыш припастары бөтә. Олатайым дошмандың станоклы пулеметын юҡ итә һәм взводты һөжүмгә күтәрә. Ҡул һуғышында беҙҙең һалдаттар дошмандың 25 һалдатын юҡ итә, ҡамау ҡулсаһын өҙә һәм үҙ эскадронына ҡушыла”.

“Ҡәйүм” МХО-нан ҡайтып ялда булған. Ялын ғаиләһе менән өйҙә үткәргән, йортта ирҙәр ҡулы талап иткән ваҡ-төйәк эштәрҙе эшләп ҡуйған. Ҡабаттан яу яландарына юлланған.  Ул үҙенә саҡырыу итеп олатаһының исемен алған һәм шуға оло яуаплылыҡ тоя. Яугир үҙ-үҙенә  олатаһының исеменә тап төшөрмәҫкә һүҙ биргән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: