-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
2 Февраль , 12:37

2 февраль – Сталинград алышында еңеү яулаған көн

Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡан ҡойғос алыштарының береһе 1942 йылдың 17 июленән 1943 йылдың 2 февраленә тиклем, барлығы 200 көн һәм төн, дауам итә һәм совет ғәскәрҙәренең тулы еңеүе менән тамамлана.

2 февраль – Сталинград алышында еңеү яулаған көн
2 февраль – Сталинград алышында еңеү яулаған көн

Дон һәм Волга буйлап фронт 850 километрға һуҙыла. Дошман ғәскәрҙәре Сталинградтың ҙур өлөшөн ҡулына төшөрә. Әммә ни тиклем тырышһалар ҙа, совет һалдаттары фашистарҙы Волга аша сығармай.

1942 йылдың ноябрендә Сталинградта совет ғәскәрҙәре контрһөжүмгә күсә. Был операция “Уран” тип атала. Ул 2 февралдә Ҡыҙыл Армияның тулы еңеүе менән тамамлана.

Сталинград алышы Бөйөк Ватан һуғышы ағышын тамырынан үҙгәртә: Германия союздаштарының уға ышанысы ҡаҡшай. Немец һалдаттарының рухы һына.

Сталинград һуғышында ике яҡтан бөтәһе 2100 00 һалдат ҡатнаша.

Ҡыҙыл Армияның 15 500 орудиеһы була.

Мамай ҡурғаны өсөн алыштар 135 тәүлек бара.

Фото: Сталинградта урам һуғыштары. Авторы билдәһеҙ, йәмәғәтселек милке, ruwiki.ru.

Видеояҙма сығанағы: Фотоархив РККА.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: