-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
2 Февраль , 22:17

Красновканың 13 батыры. Икеһе – Башҡортостандан

Гитлер Германияһы фронтта булған көс-ҡеүәтенең сиреген Сталинград һуғышында юғалта. Икенсе донъя һуғышы барышында һынылыш яһаған был яуҙа Башҡортостан яугирҙәре лә тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтә. Бөгөн ҡаһармандарыбыҙҙың икәүһе тураһында һөйләйбеҙ.1943 йылдың ғинуарында 44-се уҡсы дивизия алдына Сталинград яғына ағылған дошман эшелондарының юлын быуыу бурысы ҡуйыла. Красновка станцияһын алырға кәрәк була.

15 ғинуарҙың таңында лейтенант И. Ликунов командалыҡ иткән 13 кешелек төркөм Донская ауылының   (хәҙерге Ростов өлкәһе Тарасов районы Красновка утары)  ситенә бәреп инә һәм өс йортто баҫып ала. Фашистар менән тиңһеҙ алыш башлана. Немец танкылары, пехотаһы совет һалдаттарын бәреп сығарырға тырыша. Тәүҙә дүрт танк килә. 13 һалдат уларҙы шартлата. Тегеләр ҡат-ҡат һөжүм итә, тик беҙҙекеләр ныҡ тора. Фашистар йорттарҙы яндырып ебәрә. Беҙҙең яугирҙәр  хәрби припастары бөткәнсе фашистарҙы ҡыра. Пулялары, гранаталары бөткәс, яраларына, тәндәре бешеүгә ҡарамаҫтан, ҡул һуғышына тотоналар. Тиңһеҙ алыштарҙа 13 яугирҙең бөтәһе лә һәләк була. 17 ғинуарҙа Ҡыҙыл Армияның төп көстәре килеп етә һәм Красновканы, тағы ла бер нисә мөһим тораҡ пунктты фашистарҙан таҙарта. Һәләк булғандар Красновка станцияһындағы туғандар ҡәберлегенә ерләнә. Уларға перрон эргәһендә  һәйкәл ҡуйылған.

13 батырҙың бөтәһенә лә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Уларҙы Красновканың 13 батыры тип йөрөтәләр. Ошо 13-төң икеһе Башҡортостандан була.

Береһе – Ҡалтасы районы Төлдө ауылынан мари Тимерәй Көбәкәй улы Көбәкәев. 1919 йылдың 1 июлендә тыуған. Ауылда тракторсы, шунан һалсы булған. Гвардия кесе сержанты Красновкала 23 йәшендә һәләк була.

Икенсе Герой – башҡорт Зөбәй Төхвәт улы Үтәғолов. Ул 1913 йылдың 15 сентябрендә Белорет районы Баҡый ауылында тыуа. Ишембай районы Маҡар мәктәбендә уҡый. Өфөлә педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Салауат районы Арҡауыл ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Шунан Мәләүез районы Юлдаш ауылында мәктәп директоры була. Мәктәп янында еләк-емеш үҫтерергә, мәктәп тирәһен гөл-баҡсаға әйләндерергә хыяллана. Әммә һуғыш хыялдарҙы селпәрәмә килтерә. Зөбәй Үтәғолов, бронле булыуына ҡарамаҫтан, үҙ теләге менән яуға китә. 1942 йылдың ноябренән – хәрәкәт итеүсе армияла. 1943 йылдың 15 ғинуарында Красновкала батырҙарса һәләк була.

Һүрәттәрҙә:

Тимерәй Көбәкәев (сығанаҡ: commons.wikimedia, йәмәғәтселек милке);

Зөбәй Үтәғолов (сығанаҡ: commons.wikimedia, йәмәғәтселек милке);

Белорет ҡалаһында Зөбәй Үтәғолов бюсы (фотоның авторы: Сәйетғәлин И. С.  CC BY 3.0, commons.wikimedia).

Красновканың 13 батыры. Икеһе – Башҡортостандан
Красновканың 13 батыры. Икеһе – Башҡортостандан
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: