Ленинградтың самолет двигателдәре сығарған «Климов» заводы (рәсми атамаһы – 234-се завод) Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та өлөшләтә Өфөгә күсерелә. Авиаконструктор Владимир Климов уйлап тапҡан моторҙарҙы етештергәнгә күрә уны Климов заводы тип йөрөтәләр. Был завод менән бер йүнәлештә эшләгән Рыбинск заводы ла Өфөгә күсә.
Ҡорамалдарҙы тимер юл менән ташыйҙар. Эшселәр менән шығрым тулы вагондар Өфөгә ағыла. Рыбинскиҙан завод менән бергә уның 50 меңләп кешеһе килә. Инженерҙар, эшселәр барактарға, урындағы халыҡтың йорттарына, мәктәп биналарына йәшәргә керә.
Эвакуацияланған заводтар нигеҙендә 26-сы Өфө моторҙар эшләү заводы ҡалҡып сыға. Яңы производствоның биләмәһе шул тиклем ҙур була, хатта деталдәрҙе цехтар буйлап ат егелгән арбаларға тейәп тараталар.
Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә М-105 совет авиадвигателдәрен күпләп етештереү юлға һалына. Уларҙы «Еңеү моторҙары» тип йөрөтәләр.
Ә блокадалағы Ленинградта бер мең самаһы хеҙмәткәр күсеп киткән заводта тороп ҡалған ҡорамалдарҙа эшләүен дауам итә. Авиамоторҙарҙы һәм металл винттарҙы йүнәтәләр, двигатель йүнәтеү өсөн кәрәкле деталдәрҙе эшләйҙәр. Һуңғараҡ хатта легендар «Катюша»лар өсөн хәрби припастар етештерә башлайҙар.
Сығанаҡ: “80 лет Великой Победе” телеграм-каналы.
Фото: Башинформ.