+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Февраль , 12:00

Рәсиләнең батырлығы!

Бөрйән районының Мораҙым ауылы мәктәбендә 4-се синыфта уҡыусы Рәсилә Малаҡаева Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булды.

Рәсиләнең батырлығы!
Рәсиләнең батырлығы!

Ысын батырлыҡ эшләүсе Рәсилә көҙ көнө һыу­ға батып барыусы өс йәшлек баланы ҡотҡара һәм шунда уҡ беренсе ярҙам күрһәтә.
Халҡыбыҙҙа, батыр булып тыумайҙар, тигән бик матур әйтем бар. Был һүҙҙәр тап ошо батыр, бәләгә тарығанда аптырап, шаҡ ҡатып тормаған, ҡурҡыу белмәҫ Мораҙым ҡыҙы Рәсиләгә төбәп әйтелгән кеүек.
Ҡартөләсәһе Рәйлә Мөҙәрис ҡыҙы Тимерғәлина бүләһе Азат менән булған ҡурҡыныс хәл тураһында иламайынса һөйләй алманы:
— Ул тетрәндергес ваҡиға үҙәккә үткес һыуыҡ 2024 йылдың 20 октябре көнөндә булды. Бүләм әсәһе менән магазинға барып килергә йыйынды. Өс йәшлек кенә бәпес, әсәһенең кейенгәнен дә көтмәй, күҙ менән ҡаш араһында урамға йүгереп сығып, йылға буйына төшөп тә киткән.
Әсәһе, Рима ейәнсәрем, артынан уҡ йүгереп сығып, эҙләй ҙә башланы. Бер ерҙә лә юҡ. Шул ваҡыт ниндәйҙер эске тауыш уға “Һыу буйына йүгер!” тигән кеүек тойола. Йөҙтүбән ҡолап, һыу­ йотоп өлгөргән баланы Рәсилә йылғанан сығарған мәлгә генә йүгереп килеп етә балаһын юғалт­ҡан әсәһе.
Ул ваҡыт аҙбарҙарға малдар ҡайтҡан мәл. Рәсилә был юлы нишләптер үҙҙәренең малын, алғы ҡапҡанан индермәй, Ағиҙел йылғаһы яғынан – артҡы ҡапҡанан индерергә сыҡҡан булған. Шул мәл ул ҡапыл яр буйына күҙ һала һәм, һыу эсендә баҫып торған һәм ҡапыл һыуға ҡолаған бәләкәс баланы күреп ҡалып, йән-фарман шул яҡҡа йүгерә.
Тәүҙә Рәсиләнең башына, “бала батып бара, әллә өйгә инеп, өйҙәгеләргә әйтәйемме,” тигән уй ҙа килә. Әммә һуң булып ҡуйыр тип, йүгереүен дауам итә. Иҙелгә ҡолаған бала янына, һыуҙы шәп кенә кисеп, барып та етә. Шулай итеп, баланың ғүмерен үлемдән ҡотҡарып ҡалып, үҙе лә дүртенселә генә уҡыған ҡыйыу ҡыҙ Рәсилә ҙур батырлыҡ күрһәтә! Мәңге рәхмәтлебеҙ уға! Бәхетле генә ҡыҙ бала булһын инде!
Ҡыуанысымдан иртәгеһенә үк мәктәпкә барып, линейкала Рәсиләгә рәхмәт һүҙе әйтеп, уға йомшаҡ уйынсыҡ һәм торт бүләк иттем, – ти Рәйлә Мөҙәрис ҡыҙы.
— Бындай изге эште минең урында булған һәр кем эшләр ине. Ул көндө мине ниндәйҙер көс өйҙән тышҡа әйҙәне. Ниңәлер һыу буйына иғтибар иттем. Шул мәл һыуға ҡолаған баланы күрҙем. Һалҡын һыуҙы кисеп барып, баланы һыуҙан тартып сығарҙым. Ул ныҡ ҡурҡҡан ине, – ти Рәсилә.
– Ундай экстремаль мәлдә ҡурҡып ҡалмаған ҡыҙым. Үҙен ҡулға алып, баланың йотоп өлгөргән һыуын да үҙе белгәненсә сығарта алған. Ҡыҙымдың был аҙымы менән бик тә ғорурланабыҙ, – ти Рәсиләнең ата-әсәһе.
– Донъяла иң ҡиммәтлеһе – кеше ғүмере. Аллаға шөкөр, сабыйыбыҙ иҫән-һау! Балабыҙҙы үлемдән ҡотҡарған Рәсиләгә мәңгегә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Уның матур кешелек сифаттары, ҙур батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Бындай хәлгә беребеҙгә лә тарырға яҙмаһын! Балаларыбыҙ һау-сәләмәт булһын! – ти һыуға батыуҙан имен-аман ҡотолған өс йәшлек Азаттың барлыҡ туғандары, яҡындары.

Сәйҙә Сәйәхова,
Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты секретары,юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы.

Автор:
Читайте нас: