+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Февраль , 12:40

Шайморатовсы, тимәк, һәр яҡлап өлгөлө

Нисек йәш шайморатовсы булырға? Ә шайморатовсы булыу нимә бирә? Алдынғы шайморатовсыларға ниндәй билге тапшыралар? Бына ошондай һорауҙарығыҙға яуап – беҙҙең мәҡәләлә.

Шайморатовсы, тимәк, һәр яҡлап өлгөлө
Шайморатовсы, тимәк, һәр яҡлап өлгөлө

2020 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ, Өфөнөң 44-се һәм 162-се “СМАРТ” күп профилле полилингваль мәктәптәре үҙҙәрендә Шайморатов исемендәге синыф асыу теләген белдерә. Фекер республика етәкселегенә лә оҡшай. Шул уҡ йылдың 28 авгусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 265-се бойороғона ҡул ҡуя. Документ мәктәптәрҙә Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге синыфтар булдырыуҙы күҙҙә тота. Тейешле ведомство-ара координация төркөмө төҙөлә, “юл картаһы” эшләнә.
Йәш шайморатовсыларға юғары талаптар ҡу­йы­ла: яҡшы уҡырға, олимпиадаларҙа, ижади һәм ғилми конкурстарҙа, хәрби-спорт ярыштарында ҡатнашырға, йәмәғәт эштәрендә, ирекмәнлектә әүҙем булырға, төрлө яҡлы үҫеш өҫтөндә эшләргә. Һәр йәһәттән алдынғылыҡҡа өлгәшкән балаларға 1, 2, 3-сө дәрәжәле “Йәш шайморатовсы” билгеһе тапшырыла.
Бүләкләү шарттары “Йәш армия батырлығы” миҙалыныҡына оҡшаш. Бер йыл шайморатовсы булһаң, үҙеңде һәр яҡтан лайыҡлы итеп күрһәтһәң, 3-сө дәрәжәле билгегә иҫәп тота алаһың. 2-се дәрәжәле – ике, 1-се дәрәжәлеһе өс йыл шайморатовсы булғандарға тапшырыла ала.
Шайморатов исемендәге синыфтарҙа уҡытыу киңәйтелгән программа буйынса алып барыла. Мәктәптәрҙә Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов кабинет-музейҙары асыла, “Беҙ – шайморатовсылар” хәрби-патриотик клубтары, “Шайморатов уйындары”, түңәрәктәр, секциялар, ирекмәнлек хәрәкәте, ГТО нормаларын тапшырыу һәм башҡа саралар ойошторола. Шайморатовсылар берҙәм мәктәп формаһы кейеп йөрөй.
Былтырҙан башлап Шайморатовсылар балы үткәрелә. Ул йыл да ойоштороласаҡ.
Башҡортостанда Шайморатов синыфтарының һаны – 251-гә, ә йәш шайморатовсылар һаны 5351-гә етте.

Баймаҡ лицей-интернатының 7-се синыфы уҡыусыһы Батырйән Иҫәнов:

“Баймаҡтың 2-се мәктәбенең 4-се синыфын “бишле”гә генә тамамлағандан һуң, Баймаҡ лицей-интернатына уҡырға килдем һәм бер йылдан шайморатовсылар сафына баҫтым.
Миңә интернатта уҡыу ныҡ оҡшай. Уҡыуҙан тыш төрлө спорт ярыштарында һәм конкурстарҙа ҡатнашам. Республика кимәлендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүем, үҙемдең тырышлығымдан тыш, яратҡан уҡытыусыларым, тәрбиәселәрем һәм атай-әсәйемдең ҙур ярҙамынандыр.
Шайморатовсылар синыфында уҡыу минең өсөн ғорурлыҡ! 2024 йыл бигерәк иҫтәлекле булды: баш ҡалабыҙ Өфөлә Шайморатовсылар балында ҡатнашып, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡулынан 3-сө дәрәжәле "Йәш шайморатовсы" хөрмәт билгеһен алып, түшемә ҡаҙап, ҡыуандым. Иҫ киткес матур сарала ҡатнашыуыма бик шатландым һәм үҙемә тағы ла күберәк конкурстарҙа, спорт ярыштарында, төрлө сараларҙа әүҙем булырға, тырышып уҡырға тигән маҡсаттар ҡуйҙым”.

Вилена Фәйрүзова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 9-сы синыф уҡыусыһы:

“Был билгене алыу өсөн мин күп эшләнем, ныҡ тырыштым, төрлө секцияларға йөрөнөм, спорт менән шөғөлләндем”.

Автор:Әлфиә Аҡбутина
Читайте нас: