+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
16 Февраль , 13:45

Шиғриәт бәйгеһе

Беҙҙең һәләтле уҡыусыларыбыҙҙың шиғырҙары

Шиғриәт бәйгеһе
Шиғриәт бәйгеһе

Әсә көтә улын!

Әсә көтә улын,
Йөрәккәйе генә өҙөлөп.
Хәбәр көтөп, керпек ҡаҡмай,
Йоҡолары ҡала өҙөлөп.

Ашы аш түгелдер улымдың тип,
Ауыр уйҙарынан интегә.
Ҡулына тотоп телефонын,
Хәүефләнеп көнөн үткәрә.

Йоҡоң йоҡо түгел, улыҡайым.
Һыуыҡ ерҙә туңаһыңдыр.
Йылы мунса күрмәй, айҙар буйы
Ҡайҙа ғына тәнең йыуаһыңдыр.

Тыуған илкәйеңде һағынып,
Йөрәккәйең ҡара яналыр.
Маңлайҙағы әсе, ҡара тирең
Күҙ йәштәрең булып ағалыр.

Доғаларым аша һаҡлармын мин,
Өшкөрөрмөн, һөйләп елдәргә.
Аһ-зарымды дошман ишетмәһен,
Серем сисәм йылға-күлдәргә.

Айзилә Иҫәнаманова,
Баймаҡ ҡалаһының агросәнәғәт колледжы суденты.

Тыуған ерем

Һандуғасҡай түгелеп һайрай,
Алыҫ диңгеҙ, күлдәр кистем тип.
Юлдарымда урман, тауҙар үтеп,
Уралыма ҡайтып еттем, тип.

Алмас БикмӘтов,
Силәбе өлкәһе
Арғаяш районының
Бәжекәй мәктәбе уҡыусыһы.
Кәрәкмәй беҙгә һуғыш!

Ил һағында тора һалдаттар,
Тыныс булһын тиеп тормош.
Гөл-сәскәләй матур еребеҙ,
Һис кәрәкмәй беҙгә был һуғыш!

Бер ҡасан да кире ҡайтмаҫ өсөн
Яландарҙа, яуҙа ятып ҡалған.
Әсәләрҙең ғәзиз балалары
Беҙ йәшәһен өсөн башын һалған.

Илнур Ғөбәйҙуллин,
"Аманат"тың йәш хәбәрсеһе,
Ишембай ҡалаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

Юл

Кешеләрҙең ғүмере юл кеүек шул,
Төрлөсә була кеше яҙмышы:
Ҡайһы саҡта гөл-сәскәләй була,
Ҡайһы саҡта – елле, дауыллы.

Шул юлда кешеләр ҡайһы саҡта
Абынып та йығылып ҡуялар.
Кемдер ятып ҡала, тора алмай,
Аҡыллылар юлын дауам итә.

Һәр бер кеше үҙе һайлай юлын:
Кемдер – туғай буйлап килгәнен,
Кемдер – упҡынға алып барғанын,
Кемдер – тау башына менгәнен.

Айһылыу Хутова,
Иглин районының Оло Ҡарамалы мәктәбе уҡыусыһы.


Йөрәк илай

Балаһын уйлап көнөн-төнөндә,
Һыҙлай әсә йөрәге.
Ишек төбөн һаҡлай көн дә,
Көтә әсә балаһын.

Һаҡла, Хоҙай, һин баланы,
Алып китмә йәш кешене.
Уйла әсә йөрәккәйен,
Һаҡла һалдат ғүмеркәйен.

Гүзәлиә Хәмитова,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.

Аяҙғолом!

Аяҙғолом – тыуған төйәгем,
Иң гүзәл ер донъяла.
Ауаз һалған саҡтан бире
Һиңә һаман һоҡланам.

Әллә ҡасан ҡәртнәйҙәрем
Килен булып төшкәндәр.
Ошонда ҡартатайҙарым
Илгә хеҙмәт иткәндәр.

Ожмах баҡсаһы ул — ауылым,
Емеш-еләк күп бында.
Килегеҙ, әле, дуҫтарым,
Тирәйек бергә-бергә!
Аяҙғол! Аяҙғолом!

Вилиә Ситдиҡова,
Арғаяш районының Аяҙғол мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: