Бөгөн, 23 февраль, Өфөнөң Еңеү паркында Ватанды яҡлаусылар көнөнә арналған тантаналар үтте. Уларҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк Башлығы республиканың күп милләтле халҡы исеменән Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың ҡаһарманлығына арнап ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалды.
Тантанаға дәрәжәле ҡунаҡтар, Ҡораллы Көстәр ветерандары, йәмәғәтселек вәкилдәре, ҡала халҡы килгән. Рәсәй менән Башҡортостан гимндары башҡарылғас, Бөйөк Ватан һуғышының яу яландарында ятып ҡалған яугирҙәребеҙҙең иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Сығанаҡ: Башинформ.