Ғайса Ишмөхәмәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Ейәнсура районының Яңыбай мәктәбендә 34 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта.
— Армия һеҙҙе нимәгә өйрәтте?
— 1984-1986 йылдарҙа Свердловск (Екатеринбург) өлкәһендә стратегик ракета ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иттем.
Беҙҙә тәртип, таҙалыҡ шул хәтлем көслө булды. Казарма, техника, һалдаттарҙың өҫбашы, шулай уҡ билдәге ҡайыштың йондоҙ төшөрөлгән ялтыр тимере лә һәр саҡ ялтырап торорға тейеш ине.
Таңғы алтыла тороп, буранмы, сатнама һыуыҡмы, уға ҡарамай, тышта гимнастика эшләү, йүгереү... Төрлө хәлдәр күп булды, ләкин әрме мәктәбе мине физик, рухи яҡтан сыныҡтырҙы.
Армияла шулай уҡ русса һөйләшергә өйрәнеп ҡайттым, уға тиклем тик икмәк-тоҙлоҡ ҡына белә инем.
Заһит Ғәбитов, “Етегән” төркөмө йырсыһы.
— Әрмелә булған ҡыҙыҡлы хәлде һөйләп үтегеҙ әле?
— Мин Цхинвал ҡалаһында мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иттем.
Ҡыҙыҡ хәлдәр күп булды. Һалдат өсөн иң ҡиммәтлеһе — йоҡо һәм ашау! Бер көнө, ваҡыты еткәс, мин взвод командиры урынбаҫары булараҡ үҙемдең взводты кискеһен, сафҡа теҙеп, киске ашҡа алып киттем. Йыр менән ашханаға китеп барабыҙ. Ҡалғандар әле саҡ теҙелә башлаған ине.
Алдан барғас, ашханала берәү ҙә юҡ. Рәхәтләнеп, үҙебеҙ яйлап ултырып, ашап алдыҡ. Тамаҡ туйғас, сыҡһаҡ, плацта бөтә хәрби часть — 5000 һалдат беҙҙең сыҡҡанды көтөп тора икән. Баҡ тиһәң, режимға яҙылған ваҡыттан иртәрәк килгәнбеҙ. Шуның өсөн полковниктан (часть командирынан) беҙгә эләкте. Бөтәһе алдында беҙҙең взводты әрләнеләр, һәм яза бирҙеләр: ҡалғандар яйлап ашағанда беҙ взвод менән плацтың ҡарын таҙаланыҡ.
Таһир Рәхимов, Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
— Үҫкәс, армияға хеҙмәт итергә барыр инеңме?
— Хеҙмәт итергә мотлаҡ барыр инем. Минең өсөн сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән олатайым, Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашҡан ҡарт олатайым өлгө булып тора.
Мин улар менән ғорурланам! Улар ауырлыҡтарҙан һәм хәүеф-хәтәрҙән ҡурҡмайынса, Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған. Сөнки Ватанды һаҡлау ир-аттың төп бурысы!
Мин дә улар кеүек ҡыйыу, көслө булырға теләйем. Шуға күрә каратэ һәм көрәш буйынса күнекмәләргә йөрөйөм.