-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Март , 15:12

Өфө балалары герой ҡалаға китте

Бөгөн, 14 мартта, Өфөнән Волгоградҡа тематик поезд юлланды. Рәсәй тимер юлдарының Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараһында Өфөнөң 500-ләгән уҡыусыһы герой ҡала Волгоградты күрергә китте.

Өфө балалары герой ҡалаға китте
Өфө балалары герой ҡалаға китте

Состав ике ҡатлы заманса вагондарҙан төҙөлгән. Бәләкәй пассажирҙарҙы хәрби-тарихи йәмғиәт инструкторҙары оҙата йөрөй. Юлда улар Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында һөйләй.

Сәйәхәтселәр иртәгә иртән Волгоградҡа барып етәсәк. Көнө буйы ҡала буйлап экскурсиялар ҡаралған. Балалар Мамай ҡурғанында, Сталинград һуғышы музей-панорамаһында, мемориаль-тарихи музейҙа буласаҡ.

Шәмбе кис поезд балаларҙы тейәп ҡайтыу яғына йүнәлеш аласаҡ.

Волгоградҡа киләһе сәфәр апрель айына планлаштырылған.

Сығанаҡ: Башинформ.

Өфө балалары герой ҡалаға китте
Өфө балалары герой ҡалаға китте
Өфө балалары герой ҡалаға китте
Өфө балалары герой ҡалаға китте
Өфө балалары герой ҡалаға китте
Өфө балалары герой ҡалаға китте
Өфө балалары герой ҡалаға китте
Өфө балалары герой ҡалаға китте
Өфө балалары герой ҡалаға китте
Өфө балалары герой ҡалаға китте
Өфө балалары герой ҡалаға китте
Өфө балалары герой ҡалаға китте
Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас