-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
24 Март , 20:04

Керчтың данлы яҙмышы кино төшөрөүгә лайыҡ

– Мине легендар Керчь тарихы хайран итте. Ул 1941 йылдың декабрендә мобилизациялана, 1947 йылда ҡайта. Берлинға барып етә, унан тағы ике йыл хеҙмәт итә, – тигән Радий Хәбиров дүшәмбе көнгө хөкүмәт кәңәшмәһендә. – Мин телевидениеға һәм кинематографҡа дәүләт заказы бирәм. Был ат тарихы – уникаль осраҡ. Әйҙәгеҙ фильм төшөрәйек.

Керчтың данлы яҙмышы кино төшөрөүгә лайыҡ
Керчтың данлы яҙмышы кино төшөрөүгә лайыҡ

Үткән ял Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаиләһе менән Миәкә районына барып ҡайтты. Төбәк етәксеһе унда Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яу яландарынан тыуған еренә – Илсеғол ауылына – әйләнеп ҡайтҡан ҡаһарман ат Керчь хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлде ҡараған.

– Мине легендар Керчь тарихы хайран итте. Ул 1941 йылдың декабрендә мобилизациялана, 1947 йылда ҡайта. Берлинға барып етә, унан тағы ике йыл хеҙмәт итә, – тигән Радий Хәбиров дүшәмбе көнгө хөкүмәт кәңәшмәһендә. – Мин телевидениеға һәм кинематографҡа дәүләт заказы бирәм. Был ат тарихы – уникаль осраҡ. Әйҙәгеҙ фильм төшөрәйек.

Радий Фәрит улы Миәкәлә һәйкәлде тәрбиәләп тороуҙары, тирә-йүненең ҡараулы булыуын телгә алған.  

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе яҙыусы Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса легендар ат тураһында спектакль күрһәтә.

Был әҫәрҙә Керчтың һоҡланғыс һәм аптыратҡыс яҙмышы һүрәтләнә. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән фронтҡа киткән аттарҙың кире әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бере була. Дүрт йыл фронтта йөрөгән айғыр Уралдан Берлинғаса юл үтә, ике тапҡыр яралана. Ул иҫ киткес түҙем, әммә текә холоҡло, тик үҙ хужаһын ғына тыңлар мал була. 1947 йылда Керчтың данлы хәрби юлы тураһында ишеткән маршал Семен Буденный уға һоло тәьминәте бүлергә һәм тыуған ауылы Илсеғолға ҡайтарырға бойороҡ сығара.

Һуғыштан һуң Керчь оҙаҡ йылдар колхозда эшләй, барлығы 23 йыл йәшәй.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас: