-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Апрель , 11:50

Хәйбуллала балалар китабы аҙналығы үтте

Балалар китабы аҙналығы –  китап уҡыған балалар, шулай уҡ нәшриәтселәр һәм китапханасылар өсөн оло байрам. Ул балалар һәм үҫмерҙәр араһында китапты популярлаштырыу маҡсаты менән үткәрелә.

Хәйбуллала балалар китабы аҙналығы үтте
Хәйбуллала балалар китабы аҙналығы үтте

Сараның тарихы бай. Ул быйыл 82-се тапҡыр уҙғарылды. Балалар китабы аҙналығы яҙыусы Лев Кассиль тәҡдиме менән 1943 йылда — Бөйөк Ватан һуғышы ҡыҙған мәлдә булдырыла. Яҙыусы Мәскәүҙә беренсе аҙналыҡты аса ла. Шунан бирле йыл һайын март аҙағында үткәрелә. Быйылғы аҙналыҡ 1941–1945 Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған.
Хәйбулла районы балалар моделле китапханаһы был сараға етди әҙерләнде. Аҙналыҡты асыу тантанаһы «Быуаттарҙа һинең бөйөклөгөң, Рәсәй!» тигән әҙәби-патриотик турнирҙан башланды. Хәйбулла районы 3-сө Аҡъяр мәктәбендә үҙ көстәрен һынарға Аҡъяр ауылы мәктәптәренән 5 команда ҡатнашты.
Әҙәби-патриотик сара Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагтарын индереү һәм Гимндарҙы тыңлау тантанаһынан башланды. Ярыш барышында «Йыр һәм строй», «Интерактив викторина», Бөйөк Ватан һуғышына арналған шиғырҙар һөйләү, «Сылбыр» һәм «Герой ҡалалар» кеүек конкурстарҙа ҡатнашырға тура килде. Турнир бик көсөргәнешле барҙы, уҡыусыларҙың тулы, дөрөҫ яуаптары, тарихты белеүҙәре хуш килде.
Тантаналы сараға абруйлы ҡунаҡтар саҡырылғайны Хәйбулла районы ДОСАФ-ының урындағы бүлек рәйесе Салауат Юлдашбаев, йәш армеецтар хәрәкәте етәксеһе Таһир Ишемғолов, «МХО-ла ҡатнашыусылар советы» йәмғиәт ойошмаһы етәксеһе Алик Юзеев һәм Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Сынбулатова командаларҙың сығыштарын баһаланы һәм ҡотлап бүләкләне. Патриотик һәм әҙәби яҡтан 2-се Акъяр мәктәбенең 6-сы «Кадеттар» синыфы уҡыусылары почетлы беренсе урынды яуланы.
Сара «Шайморатов генерал» йыры менән тамамланды.

Гөлнур ТОРОМТАЕВА,

Хәйбулла районы балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәре.

Хәйбуллала балалар китабы аҙналығы үтте
Хәйбуллала балалар китабы аҙналығы үтте
Хәйбуллала балалар китабы аҙналығы үтте
Хәйбуллала балалар китабы аҙналығы үтте
Хәйбуллала балалар китабы аҙналығы үтте
Хәйбуллала балалар китабы аҙналығы үтте
Хәйбуллала балалар китабы аҙналығы үтте
Хәйбуллала балалар китабы аҙналығы үтте
Хәйбуллала балалар китабы аҙналығы үтте
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: