-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
23 Апрель , 22:56

Урамдарҙан үтер «Үлемһеҙ полк»

Быйыл «Үлемһеҙ полк» Өфөлә ғәҙәттәгесә – урамдар буйлап үтеү рәүешендә  ойошторола. Ҡатнашыусылар Галле ҡалаһы исемендәге урам тапҡырынан ҡуҙғала, Кола урамына тиклем бара.  Колонналар йөрөшө хәрби парад һәм хәрби техника үтеп бөткәс  башлана. Ыңғайына  «Катюша» йырын русса  һәм башҡортса йырлап барасаҡтар. Бына сараның көн тәртибе:

Урамдарҙан үтер «Үлемһеҙ полк»
Урамдарҙан үтер «Үлемһеҙ полк»

10:00 –11:00 – төп колонна төҙөлә һәм ҡатнашыусылар йыйыла;

11:00 – 11:12 – Дөйөм республика «Тынлыҡ минуты»;

11:12 – 13:00 –«Үлемһеҙ полк» колоннаһы үтә.

Урамдарҙан үтеү сараһына ҡушыла алмаған башҡортостандар  «Рәсәй үлемһеҙ полкы онлайн» Бөтә Рәсәй сараһына ҡушыла ала. Бының өсөн  6 майға тиклем Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йә тыл хеҙмәтсәне фотоһын беркетеп, түбәндәге ысулдарҙың береһенә ғариза ебәрергә кәрәк:

–  2025.polkrf.ru (clck.ru/3Lbs5C) сайтына,

– ВК-ла vk.com/polk_app бәләкәй ҡушымтаһына,

– ОК-ла ok.ru/app/polk бәләкәй ҡушымтаһына.

Һеҙҙең герой 9 майҙа 2025.polkrf.ru сайтында онлайнда үтер.

 

Автор – Эльвира Сафина.

Карточка һәм ролик –  «Рәсәй үлемһеҙ полкы онлайн» Бөтә Рәсәй сараһын ойоштороусылар. 

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: