Хеҙмәткә алынған һөйөклө ирҙәре, фронтҡа ебәрелеүҙе көтөп, Алкинда әҙерлек үтеп ятҡанда, 80 километр юлды йәйәү үтеп, арбаға ризыҡ тейәп, ҡатындары улар янына килә. Оҙайлы айырылышыу алдынан тағы бер осрашып-күрешеп ҡалырға теләйҙәр.
Ҡайһы берәүҙәр ирҙәрен Раевкаға килеп оҙата. Стәрлебаш районы Ямғырсы ауылынан Кәримова Рәбиға, Ҡуғанаҡбаштан Ишмейәрова Нәҡиә, ете айлыҡ ҡыҙы менән Ишмейәрова Сажиҙә, Усманова Миңнекамал, Ғәлиева Фәрхизән Алкинға йәйәүләп килеп етә. Айҙараленән Сәғетдинова Минзифа ирен шулай уҡ Алкинға килеп оҙата. Яңы Ҡалҡаш, Шәкәр ауылдарынан да килгәндәр була. Ирҙәре артынан Себер киткән декабрист ҡатындары кеүек, беҙҙең башҡорт, татар апайҙары ла һөйгәндәрен тағы бер генә күреп ҡалырға тип йәйәүләп оҙон юлдарға сыға.
Уларға бағышлап, яҡташтары Стәрлебаш мәҙәниәт йорто алдына алты ҡатынға һәйкәл ҡуйған, ҡатындарҙың береһе сабыйын күтәргән.
Йәғәфәр Хисмәтуллин менән Хисаметдин Исмәғилев етәкселек иткән башлап йөрөүселәр төркөмө бик ҙур эш башҡарып сыҡҡан. Төрлө сығанаҡтан йыйылған аҡсаға Свердловск өлкәһе Красноуфимск ҡалаһында бронзанан алты һын ҡойҙортҡандар. Алып ҡайтып, әҙер постаментҡа ҡуйғандар.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан һалдат ҡатындарына ҡуйылған һәйкәл “41-ҙең арбалы ҡатындары” тип атала.
Фото һәм мәғлүмәт: Стәрлебаш районының хакимиәт башлығы Рөстәм Рахманғоловтың телеграм-каналынан; "Стерлибашевские родники" гәзитенән (2025 йылдың 3 апрель һаны).