-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
28 Апрель , 19:24

Еңеү ирекмәндәре сафында

Башҡортостан ирекмәндәре Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙа эшләй. “Еңеү ирекмәндәре” тигән Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан командаһына Тимур Ишҡарин етәкселек итә. Эшмәкәрлек “Бөйөк Еңеү”, “Беҙҙең Еңеүҙәр”, “Минең тарихым”, “Быуындар бәйләнеше”, “Медиаеңеү”, “Минең еңеүем” кеүек йүнәлештәрҙе солғай. 

Еңеү ирекмәндәре сафында
Еңеү ирекмәндәре сафында

Командаға ингән ирекмәндәр Бөйөк Еңеүгә арналған төрлө акцияларҙа һәм сараларҙа ҡатнаша килә. Мәҫәлән, улар республикала “Ҡыҙыл ҡәнәфер” тигән Бөтә Рәсәй акцияһын ғәмәлгә ашыралар. Был акция Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа хәрби хәрәкәттәр ветерандарына медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тора.

Ирекмәндәр шулай уҡ ветерандарҙың өйөнә барып, күстәнәс тапшырып, сәй эсеп һөйләшеп ултыра – бындай иғтибар ҙа элекке яугирҙар өсөн бик мөһим. Һөйләгән иҫтәлектәрен яҙып алалар, үҙҙәрен фотоға, видеоға төшөрәләр.

Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә лә ирекмәндәр ветерандарҙы алып барып осрашыуҙар үткәрә, балаларға тарихтар һөйләй. Зыяраттарға йөрөп, мәрхүм ветерандарҙың ҡәберҙәрен тәрбиәләйҙәр. Ветерандың өйөнә барып ҡар көрәп китеү, йомош-юлына барып килеү, ҡулдан килгән башҡа ярҙамды күрһәтеү ҙә – ирекмәндәр ихлас башҡарған эштәр ул.

Башҡортостан ирекмәндәре шулай уҡ  “Еңеү диктанты” акцияһын яҙыуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашты. Ҡала-ауылдарҙа үткән экологик өмәләрҙә лә улар әүҙем булды.

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты, видеограф Артур Зәйнетдинов “Һуғыштан өтөлгән бала саҡ” тигән видеороликтар серияһы яҙҙырыу менән мәшғүл. Ул һәр кемгә өндәшә: ғаиләгеҙҙә балалығы һуғыш йылдарына тура килгән яҡындарығыҙ булһа, хәтирәләрен яҙҙырып ҡалайыҡ. Ул 11 интервью яҙҙырған да инде,  Еңеү ирекмәндәре булышлығы менән өс ролик сығарған. Бер видеоролигының геройы Надежда Александровна Омельченко Германиялағы бер концлагерҙың иң бәләкәй тотҡоно булған. Орел өлкәһендә йәшәгән ғаилә – ике йәшлек Надя, уның өләсәһе, әсәһе, 6 һәм 8 йәшлек ике ағаһы  фашистарға әсирлеккә эләгә. Германияла әсәһен заводҡа эшкә ҡуялар, өләсәһе лагерҙа эшләй, ә ағаларынан немец һалдаттары өсөн ҡан алалар.

Артур хәтирәләр яҙҙырыу эшен дауам итә.

Күреүегеҙсә, ирекмәнлек эшмәкәрлеге өсөн даирә иҫ киткес киң. Ирекмән булыуға йәш сикләүе лә юҡ. Хатта балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә был хәрәкәткә ҡушыла: балалар төшөрөп ебәргән һүрәт, яҙған хат та ветерандарҙың күңелен күтәрә.

Һүрәттәрҙә: Артур Зәйнетдинов Надежда Александровна Омельченко янында; Башҡортостандағы “Еңеү ирекмәндәре” хәрәкәте амбассадоры Ләлә Әбүбәкирова йәш ирекмәндәр алдында сығыш яһай (Башҡортостандың Еңеү ирекмәндәре ВК сәхифәһенән).

Еңеү ирекмәндәре сафында
Еңеү ирекмәндәре сафында
Еңеү ирекмәндәре сафында
Еңеү ирекмәндәре сафында
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: