Илнар Рәми Ғариповтың "Яндырылған хаттар" поэмаһынан өҙөк яҙҙырған.
Бөйөк Ватан һуғышы (1941 йыл 22 июнь —1945 йыл 9 май) — СССР-ҙың нацистик Германия илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышы, Ҡыҙыл Армияның еңеүе һәм Германия ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы менән тамамланған Икенсе донъя һуғышының мөһимдәрҙән-мөһим өлөшө.
Балалар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған һүрәттәр шәлкеме лә ебәргән. Авторҙары: М.Ғ.Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының "Айым" театрында шөғөлләнеүселәр –
Илнар Йосопов, "9 май";
Гөлшат Исхакова, "Еңеү көнө менән";
София Дементьева, "Еңеү көнө менән".