+15 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
2 Май , 12:20

Ҡарт олатайҙарым менән ғорурланам

Бөйөк Ватан һуғышы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге онотолмаҫ яра булып ҡалды. Һуғыш еле ҡағылмаған берәй ғаилә булдымы икән? Юҡтыр, утлы өйөрмә үҙ юлында бер нәмәне лә аямаған. Минең ике ҡарт олатайым һуғыш уты аша үткән. Улар икеһе лә Ишембай районы Ғүмәр ауылында тыуып үҫкән.

Ҡарт олатайҙарым менән ғорурланам
Ҡарт олатайҙарым менән ғорурланам

Атайымдың олатаһы Кәримов Ишбулды Абдулхаҡ улы Ҡыҙыл диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән. Ул 1927 йылдың 8 февралендә тыуған. Ун ете йәшендә һуғышҡа алына, Ҡара диңгеҙ флотының яр буйы оборонаһының 431-се батареяһында орудийный номер булып хеҙмәт итә. Ауылға 1946 йылда әйләнеп ҡайта.
Әсәйемдең олатаһы Ғәббәсов Шәфҡәт Әхмәтйән улы 1926 йылдың 20 мартында тыуған. Ун ете йәшлек сағында һуғышҡа алалар. Уны тәүҙә Ырымбур өлкәһенең Тоцкий ҡалаһындағы 33-сө уҡыу лагерына ебәрәләр, унда ул полктың артиллерия разведчигы һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуҙан һуң уны 1-се Украина фронтына ебәрәләр. Беренсе һуғыш сынығыуын Шәфҡәт ҡарт олатайым Сандомир плацдармында ала. Төнгө һаҡта торғанда уға фашистарҙың диверсанты менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә. Еңеү рухы менән һуғарылған һуғышсы фашисты еңә. Был батырлығы өсөн ҡарт олатайым "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән билдәләнә. Шәфҡәт ҡарт олатайым Европа илдәрен азат итеп Берлинға барып етә. Ул Еңеү байрамын Прагала ҡаршы ала. "Праганы азат иткән өсөн", "Берлинды алған өсөн", "Германияны еңгән өсөн" миҙалдары һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Ҡарт олатайым 1950 йылдың яҙында ғына әйләнеп ҡайта тыуған ауылына.
Мин үҙемдең ҡарт олатайҙарым менән ғорурланам. Беҙ ғаиләбеҙ менән уларҙы һәр саҡ хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.

КӘРИМОВА Мәҙинә, 6 йәш.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы 43-сө балалар баҡсаһы.

Мәҙинә төшөргән һүрәт  "Еңеү өсөн рәхмәт" тип атала.

Фотола: Мәҙинә Кәримова ҡарт олатайҙарының портреттары менән.

#Аманат_конкурстар #Аманат_Еңеү80 #Победа80

Ҡарт олатайҙарым менән ғорурланам
Ҡарт олатайҙарым менән ғорурланам
Ҡарт олатайҙарым менән ғорурланам
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: