+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
5 Май , 22:47

БӘЛӘКӘЙ РӘССАМДАР ЯРЫШЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ

Өфөлә Александр Тюлькин исемендәге XVII Халыҡ-ара балалар художество ижады конкурсына йомғаҡ яһанылар. Конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ йылына арналғайны.

БӘЛӘКӘЙ РӘССАМДАР ЯРЫШЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ
БӘЛӘКӘЙ РӘССАМДАР ЯРЫШЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ

Ижади ярыш рәсем, уникаль графика, баҫма графика, скульптура, биҙәү-ҡулланма сәнғәте  номинацияларында – 7 йәшкә тиклем; 8–10 йәш; 11–13 йәш; 14–17 йәш төркөмдәрендә, сәнғәт ғилеме номинацияһында 11–13 йәш һәм 14–17 йәш төркөмдәрендә барҙы.

Конкурстың беренсе этабында Беларусь, Ҡаҙағстан, Молдова, Болгария,  Израиль, Таиланд, Рәсәйҙең Воронеж, Иркутск, Калуга, Ҡурған, Липецк, Мурманск, Түбәнге Новгород, Омск, Пенза, Рязань, Һамар, Һарытау, Смоленск, Томск, Төмән, Силәбе өлкәләре, Алтай, Красноярск, Краснодар, Ставрополь крайҙары, Удмурт, Ҡырым, Татарстан республикалары, Мәскәү ҡалаһы, Ханты-Манси автономиялы округы—Югра белем биреү учреждениеларынан бөтәһе 3700-ләп эш ҡатнашты. Әлбиттә, күп эштәр Башҡортостан уҡыусыларыныҡы булды.

Тәүге этаптан үткән 1300-ҙән ашыу эште БР-ҙың һәм РФ-тың атҡаҙанған рәссамы Әмир Мәзитов етәкселегендәге жюри баһаланы.

Жюри ике эште еңеүсе тип иғлан итте.

Рәсем сәнғәтендә гран-при Татьяна Әлхәмованың “Кот Васька – любимец санбата” тигән эшенә бирелде. Таняға 10 йәш, ул – Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се балалар художество мәктәбе уҡыусыһы, уҡытыусыһы – Марина Чистякова.

Биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә гран-при Софья Ляшенконың “Еләкле аҡлан” тигән эшенә тәғәйенләнде. 16 йәшлек Софья Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбендә шөғөлләнә, уҡытыусыһы – Елена Шевченко.

Ярышта лауреаттар, дипломанттар ҙа асыҡланды. Наградалар тапшырыу тантанаһы 25 сентябрҙә Өфө художество галереяһында үтәсәк. Күргәҙмә 25 сентябрҙән 18 октябргә тиклем эшләйәсәк.

Проект балаларҙың ижади һәләттәрен асыу һәм үҫтереүгә, йәш быуында гражданлыҡ позицияһы тәрбиәләүгә, милли-мәҙәни традицияларға һөйөү тәрбиәләүгә, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға, балаларҙы илдең байҙарҙан-бай тарихы менән таныштырыуға йүнәлтелгән.

Сығанаҡ: Башинформ.

#Аманат_Еңеү80 #Победа80

БӘЛӘКӘЙ РӘССАМДАР ЯРЫШЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ
БӘЛӘКӘЙ РӘССАМДАР ЯРЫШЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ
БӘЛӘКӘЙ РӘССАМДАР ЯРЫШЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ
БӘЛӘКӘЙ РӘССАМДАР ЯРЫШЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: