+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
5 Май , 23:03

ӨФӨГӘ ЕҢЕҮ ПОЕЗЫ КИЛӘ

13 майҙа Өфө тимер юл станцияһына “Берҙәмлек хәтерҙә. Көс батырлыҡта!” тигән өгөт-нәсихәт акцияһы сиктәрендә тематик поезд килеп туҡтаясаҡ. Поезд беҙҙең станцияла иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 3-кә тиклем торасаҡ.

ӨФӨГӘ ЕҢЕҮ ПОЕЗЫ КИЛӘ
ӨФӨГӘ ЕҢЕҮ ПОЕЗЫ КИЛӘ

Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала, уны Рәсәй Оборона министрлығы үткәрә.

Өфөләр поезда ҡорал һәм хәрби техника өлгөләре һәм башҡа тупланмалар менән таныша аласаҡ. Күсмә экспозиция составында 8 тематик вагон бар.

Бынан тыш Рәсәй Оборона министрлығының ижади коллективтары һәм Башҡортостан артистары ҡатнашлығында концерт та ҡуйыласаҡ. Перронда һалдат бутҡаһынан ауыҙ иттерәсәктәр.

Агитпоезд 19 апрелдә Мәскәүҙең Киев вокзалынан юлға сыҡҡан. Ул Рәсәйҙең 75 ҡалаһы буйлап үтәсәк. Маршрут 3 июлдә тамамлана.

Әйткәндәй, Өфөлә Дим районында “Еңеү паровозы” эшләп ҡуйғандар. Уны Ухтомский урамындағы  «Эр771-31» паровозы нигеҙендә биҙәгәндәр.

1-се фотола Өфөгә киләсәк поезд.

2-се фотола Дим районындағы Еңеү паровозы.

#Аманат_Еңеү80 #Победа80

ӨФӨГӘ ЕҢЕҮ ПОЕЗЫ КИЛӘ
ӨФӨГӘ ЕҢЕҮ ПОЕЗЫ КИЛӘ
ӨФӨГӘ ЕҢЕҮ ПОЕЗЫ КИЛӘ
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: