Күргәҙмәнең мультимедиа версияһында – цифрлаштырылған архив документтары һәм музей экспонаттары, шулай уҡ 1941 йылдың 22 июнендә нацистик Германия һәм уның союздаштары ғәскәрҙәренең СССР-ға баҫып инеүенән алып 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү Парадына тиклем һуғыштың төп этаптарын һүрәтләгән һирәк осраусан артефакттар.
«Рәсәй – минең тарихым» Өфө мультимедиалы Тарих паркының ғилми кураторы, тарих фәндәре докторы, Өфө Фән һәм технологиялар университеты профессоры Рөстәм Хазиев һүҙҙәренсә, күргәҙмәне ойоштороу өҫтөндә Рәсәйҙең һәм Беларусь Республикаһының илленән ашыу федераль, төбәк һәм ведомство архивының, алдынғы дәүләт музейҙарының белгестәре эшләгән. Күргәҙмә ун бүлектән тора.
– Күргәҙмә меңдән ашыу экспонатты, шул иҫәптән 400-ҙән ашыу архив документын үҙ эсенә ала, уларҙың күбеһе фәнни әйләнешкә тәүге тапҡыр индерелгән. Был энергия тупланмаһы илебеҙҙең күп милләтле халҡына ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килгәнен күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирәсәк. «Оноторға хаҡыбыҙ юҡ» күргәҙмәһе бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанам, – тип билдәләне Рөстәм Хазиев.
“Көт мине, Ағиҙел” күргәҙмәһе Бөйөк Ватан һуғышы тарихы менән танышыуҙың үҙенсәлекле дауамы булып тора, ул логик рәүештә “Оноторға хаҡыбыҙ юҡ” экспозицияһына ялғанып китә һәм уны тулыландыра. Күргәҙмә Башҡортостан Республикаһының Еңеүгә индергән өлөшө хаҡында һөйләй.
“Алға-Патриот” патриотик йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Ринат Хәбиров күргәҙмәне әһәмиәтле тип иҫәпләй.
– Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы, ҡулдарына ҡорал тотоп һәм станоктар янына баҫып, Еңеүебеҙ һәм азатлығыбыҙ өсөн алышҡан ваҡыттар тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлаусы булып торабыҙ. Был күргәҙмәгә өфөләр һәм республика халҡы күпләп килер, белем даирәһен киңәйтер, тип ышанам. Был күптәргә “кемдең Еңеү вариҫтары тип аталырға әхлаҡи хоҡуғы бар” тигән бәхәстәрҙә ҙур ярҙам буласаҡ, – тине ул.
“Оноторға хаҡыбыҙ юҡ” күргәҙмәһе Өфөлә Менделеев урамы, 158 адресында урынлашҡан. Ул 24 авгусҡа тиклем эшләйәсәк. Инеү бушлай. Экскурсия ойоштороу мөмкин.
Галина МОРОЗОВА.
Фотолар: “Рәсәй – минең тарихым” тарих паркынан.