-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Февраль , 14:55

Шыршылар урманды биҙәһен!

Был хәл борон - борон заманда түгел, хәҙерге ваҡытта, Илсе тигән ауылда булған. Ауылдың урынлашҡан урыны шундай матур, серле, ти. Һоҡланып туймаҫлыҡ тәбиғәте — үҙе бер мөғжизә. Ошо матур ерҙе уңған халҡы борон-борондан үҙенең төйәге иткән.

Шыршылар урманды биҙәһен!
Шыршылар урманды биҙәһен!

Ауылдан йыраҡ түгел бик матур тауҙа шыршылар үҫкән.. Ул ауыл шул тиклем матур, ти, хатта бер тылсым эйәһе шыршылар ултыртып "Илсе" тигән яҙыу ҙа яҙып ҡуйған, ти. Был йыраҡтан башҡаларҙы һоҡландырып үҙенә тартып тора.
Шул ауылда Азат тигән бер малай йәшәгән. Ул үҙе бик тә аҡыллы, тырыш булған, уҡыуы ла яҡшы, ти. Ата-әсәһенә лә ярҙам итеп, туғандарын да хәстәрләп кенә торған... Азаттың Яңы йыл байрамына ғаиләһенә бүләк эшләгеһе килгән... Урмандан шыршы алып ҡайтырға уйы булған.
Бына Яңы йыл да килеп еткән. Бөтәһе лә байрамға әҙерләнә башлаған. Азаттың да, өйгә тиҙерәк шыршы ултыртып, биҙәгеһе килгән. Ул шыршы уйынсыҡтарын, төрлө-төрлө төҫтәге янған гирляндаларын сығарып, әҙерләнә башлаған.
Яңы йыл етә башлағас, Азат, балтаһын алып, урманға барып инһә, уның матурлығына хайран ҡалған. Хас әкиәттәге һымаҡ, ти. Йәм-йәшел, матур-матур шыршылар малайҙы ҡаршы алған. Азат, һайланып, оҙаҡ йөрөгән, бөтә ағастарҙы ҡарап сыҡҡан. Арып-талып бер ҡупшы ғына шыр­шы төбөнә хәл йыйырға ултырған. Ысынлап та, шыршы бик матур, ти. Азат ҡыуанысынан:
— Бына бит, һин ҡайҙа ултыраһың, Һылыу­ҡаййй!” — тип ҡысҡырып ебәргән. Һоҡланыуынан шыршыны бер нисә мәртәбә әйләнеп сыҡҡан. Шулай ҡыуанып торғанда тамаҡ ҡырған тауышҡа һиҫкәнеп китә. Бәй, шыршы төбөнә иғтибар менән ҡараһа, унда шундай бәләкәй генә буйлы,үҙе хәтле ҙурлыҡтағы йәшел төҫтәге осло бик ҡыҙыҡ башлыҡ кейгән бер малай ултыра, ти.
— Һин дә шул шыршы алып ҡайтырға тип килдеңме? Урмандағы бөтә ҡупшы шыршыларҙы ҡырҡып бөттөгөҙ ҙә инде! — тип, ныҡ итеп сәрелдәп ебәргән. Азат был һүҙҙәрҙән аптырап, хатта ҡурҡып киткән.
— Һин кем? – тип һораған
— Мин урман — эйәһе. Урманға матурлыҡ биреүсе, һинең кеүек башһыҙ малайҙарҙан һаҡлап тороусы тылсым эйәһе мин! Бер шыршыға ла тейәһе булма! – тигән.
Азат ҡурҡышынан саҡ:
– Шу-шунан, беҙ байрамды шыршыһыҙ ҡаршылайыҡмы инде!? — тигән.
Урман эйәһе:
— Магазинда бит яһалма шыршылар һатыла лаһа һуң! Шуны ултыртып биҙәргә булмаймы ни? Уларҙы ла бит беҙҙең кеүек тылсым эйә­ләре уйлап сығарған. Әҙерәк кенә тәбиғәтте һаҡлар инегеҙ. Беҙҙең генә, йәғни урман эйәләренең генә хәленән килмәй быны эшләргә.
Барығыҙ ҙа күпләп ҡырҡа башлаһа тау башынан ауылығыҙға йәм биреп тороусы "Илсе" исеме лә юҡҡа сығыр бит! Йыл һайын байрам алдынан әллә нисә мең шыршы юҡҡа сыға бит!!! — тигән әсенеп.
Был һүҙҙәрҙән һуң Азат бик ҡаты уйға ҡалған. "Бәләкәй генә тылсым эйәһе бик дөрөҫ әйтә бит", — тип уйлаған. Үҙенә лә оят булып киткән. Ниңә генә килдем икән, тигән уй башынан үткән. Балтаһын да ҡайҙа ҡуйырға белмәй, бер урында тапанып тора биргән. Шунан бер ҡасан да урманға бер зыян да килтермәҫкә, тип, тылсым эйәһенә һүҙ биреп, ҡайтып киткән.
Ҡайтып был хәлде ата-әсәһенә һөйләгән. Әлбиттә, ата-әсәһе Азаттың шыршы ҡырҡырға барғанын бер ҙә хупламаған. Икенсе көнөнә магазиндан яһалма шыршы алып ҡайтып, шуны биҙәгәндәр. Яһалма шыршы ла бер ҙә ысын шыр­шынан кәм түгел икән!
Азат урмандағы һылыу шыршының ғүмерен өҙмәгәнгә бик ныҡ шатланған. Ул, шыршы урманға йәм биреп, Яңы йыл төнөндә тағы ла ҡупшы булып ултыра, ти. Ә тылсым эйәһе төндә Азатҡа яһалма шыршы төбөнә үҙенең башлығына тултырып, бүләктәрен һалып ҡалдырып киткән, ти.

Аделина Бәхтейәрова,
Учалы районының Илсе мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас