Экологик дәрестә балалар ҡоштарға ҡыштың бер ҙә еңел булмауын аңлаған. Ә бит ҡоштар тәбиғәттең йәме, биҙәге генә түгел. Ҡоштар – Ер йөҙөндә тереклектең айырып алынмаҫ бер өлөшө, улар килтергән файҙаны бер ниндәй бизмәндәргә лә һалып үлсәп булмай. Тыуған ерен, тыуған төбәген, илен яратҡан һәр кеше тәбиғәтте һаҡлауға ҡулынан килгән өлөштө индерергә бурыслы. Бына шундай ябай, әммә мөһим нәмәләрҙе һөйләгән балаларға эколог апай.
Осрашыу “Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә үткән.
Сығанаҡ: БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы.
#экологик_именлек #экоблагополучие