

Магнитогорск ҡалаһынан ике дуҫ Әбйәлил районы Зеленая Поляна ауылына Шыршылытауҙы буйһондорорға килә. Элегерәк бында мәктәп экскурсияһында булғандар. Был юлы үҙҙәрен һынап ҡарарға, маршрутты үҙ аллы үтергә хәл иткәндәр.
Тауҙың түбәһенә менгеп еткән былар. Кире төшкәндә ямғыр яуып ебәргән, һуҡмаҡтарҙы табырлыҡ түгел, тайғаҡ. Ҡыҫҡаһы, ике дуҫ бөтөнләй башҡа яҡҡа китеп бара. Ярай бәйләнеш булған ерҙә телефондан ата-әсәләренә шылтыратып әйтәләр.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре менән полиция төнө буйы урман буйлап аҙашҡандарҙы эҙләй. Һуңынан асыҡланыуынса, малайҙар кешеһеҙ Салауат совхозы утарына барып сыҡҡан. Ташландыҡ бер өйҙә төн үткәрәләр. Иртән ҡарауылсы килә, быларҙы осрата һәм ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр итә.
Ҡотҡарыусылар һәм полицейскийҙар квадроциклдар менән килеп үҫмерҙәрҙе “Горное ущелье” үҙәгенә алып сыға, ә унда Магнитогорскиҙан килеп еткән ата-әсәләре көтөп тора.
Бер көндө Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы тирәһендә Магниттан бер малай аҙашҡаны тураһында яҙғайныҡ.
Фото: Ксения Калинина / Башинформ.