Беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ һылыу, аҡыллы, егәрле! Төркиәлә “Евразия королеваһы-2021” (The Queen of Eurasia - 2021) Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы финалында башҡорт ҡыҙы Альбина Шәйхлисламова Гран-при яуланы!
Конкурста 28 илдән, Европа төбәктәренән йыйылған иң-иңдәр ҡатнашты. Фотоға, видеоға төшөүҙәр, экскурсиялар, “Иң яҡшы модель”, “Мисс талант” һәм башҡа конкурстар планлаштырылғайны. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә жюри Альбинаны еңеүсе тип таныны.
Альбина - Өфө ҡыҙы, уға 22 йәш. Бөтмөр ҡыҙ БДМУ-ла уҡыу менән бергә ковид-госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләргә лә өлгөрә.
Фото: BashNews