+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2021, 12:19

"Аманат"та - конкурс!

1 октябрь - Халыҡ-ара Оло йәштәгеләр көнө уңайынан "Аманат" конкурс иғлан итә!

"Аманат"та - конкурс!
"Аманат"та - конкурс!

1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө


#ололаркөнө1октябрьаманат
Ошо күркәм байрам уңайынан “Аманат” журналы “Бәйләнештә” төркөмөндә үҙенең уҡыусылары араһында конкурс иғлан итә.


Конкурс шарттары:
1. Оло быуын кешеләренең иҫтәлектәре, улар менән булған фәһемле ваҡиғалар, төрлө хәтирәләр, үҙегеҙҙең ололарға ярҙам итеүегеҙ хаҡында уртаҡлашырға;
2. Ололарҙан һорашып алған яҙма тексығыҙға фотоһүрәттәр ҙә беркетеп ебәрергә;
3. #ололаркөнө1октябрьаманат хештегы аҫтында мәҡәләләрегеҙҙе үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә урынлаштырып, репост эшләп, лайктар йыйырға.
Еңеүсегә Рәхмәт кәлимәһе һәм “Аманат”тың иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.

Конкурсты 1 октябрҙә – Халыҡ-ара Ололар көнөндә йомғаҡлаясаҡбыҙ.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: