+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2021, 15:27

КОНКУРСЫБЫҘҒА ЙОМҒАҠ ЯҺАНЫҠ

#ололаркөнө1октябрьаманат  “Аманат” журналы 1 октябрь - Халыҡ-ара Оло йәштәгеләр көнө уңайынан конкурс иғлан иткәне.

КОНКУРСЫБЫҘҒА ЙОМҒАҠ ЯҺАНЫҠ
КОНКУРСЫБЫҘҒА ЙОМҒАҠ ЯҺАНЫҠ

Конкурс шарттары буйынса оло быуын кешеләренең иҫтәлектәре, улар менән булған фәһемле ваҡиғалар, төрлө хәтирәләр, үҙегеҙҙең ололарға ярҙам итеүегеҙ хаҡында яҙма тексты фотоһүрәттәр беркетеп,  #ололаркөнө1октябрьаманат хештегы аҫтына үҙ сәхифәгеҙҙә урынлаштырып, репост эшләп, лайктар йыйырға кәрәк ине.

Конкурсҡа йомғаҡ яһаныҡ.

Еңеүселәребеҙҙе иғлан итергә лә ваҡыт етте. Бына улар:

Айсар Ғибәтов, Белорет районының Шығай мәктәбе уҡыусыһы;

Наҙгөл Талипова, Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәпбе уҡыусыһы.

Афарин! Еңеүселәребеҙҙе ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уҡыуҙарында уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, киләсәккә аҡ юлдар теләйбеҙ!

“Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәһе һәм иҫтәлекле китап-бүләге Белорет һәм Баймаҡ яҡтарына юллана.


“Аманат” мөхәрририәте.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: