Бына бөгөн, Уҡытыусылар көнөнә арнап, журнал уҡыусылары араһында "Минең уҡытыусым" тигән инша конкурсында еңеүсе булып, иң төп призды алыуға өлгәштем. 1000 һум аҡса минең иҫәбемә килеп тә төштө. Бик ҙур рәхмәт «Аманат»тарға. Мин бик шат.
Эйе " Аманат" журналы беҙҙе һәр саҡ яңынан–яңы конкурстары, ярыштары менән дәртләндереп тора.
Ысынлап та, “Аманатһыҙ кеше –ҡанатһыҙ” тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Һеҙ ҙә журналды алдырығыҙ, ҡатнашығыҙ, ижад итегеҙ.
Мин барлыҡ уҡыусыларға ла киләһе йылға “Аманат”ҡа яҙылырға һәм уның менән дуҫ булып ҡалырға саҡырам.
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, яратҡан журналыбыҙ “Аманат” менән бергә булайыҡ!
Азамат Ҡарағолов, Бөрйән районының Байназар урта мәктәбенең 8А класс уҡыусыһы.