Мин Мөхәммәтшина Эльвина. Белорет ҡалаһы 8-се мәктәбенең 7-се синыфында тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшәм. Уҡыуҙан буш булған ваҡыттарымды сәйләндән төрлө биҙәүестәр бәйләйем. Тик-токҡа видеолар эшләп һалам. Матурлыҡ яратам. Макияж һалырға өйрәнәм. Дуҫтарым күп. Хайуандарҙың барыһын да яратам. Яйы сыҡҡанда уларға ярҙам итергә тырышам.
Исемем Карина Ғиззәтуллина. Ауырғазы районының Талбазы Башҡорт гимназияһының 4-се синыфында белем алам. Тик "5"-ле билдәләренә генә өлгәшәм. Йылғыр, теремек, сос, үткер булыуым, бар ергә лә өлгөрөргә ярҙам итә. Төрлө республика кимәлендәге фәнни–ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алырға, шиғырҙар ижад итергә лә өлгөрәм, спорт менән дуҫмын. Атай-әсәйемдең уң ҡулы, һеңлем Аделинаның яратҡан апаһы. Моңло итеп йырлап та ебәрәм.
Мин Брагина Снежанна булам. Был көләс ҡыҙ Ауырғазы районы Талбазы Башҡорт гимназияһының 4-се синыфы уҡыусыһымын.
Баҫалҡы, алсаҡ, тырыш, аҡыллы ҡыҙ тиҙәр мине. Республика, район, гимназия кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайым. Тәбиғәтте яратам. Матурлығына һоҡланам. Һүрәттәр төшөрөргә әүәҫмен. Өс ҡустымды ҡарашырға әсәйемә ярҙамлашам.
Тик “4”-ле һәм “5”-ле билдәләренә генә өлгәшә. "Театр" түңәрәгенә ихлас йөрөйөм.
Минең исемем Әлиә Ғәлиева. Ауырғазы районының Талбазы Башҡорт гимназияһының 4-се синыфында белем алам.
Тырышып, маҡсатыма табан, алға барам. Уңғанлығым, ышаныслы, ҡыйыу аҙымдарым – беренсе ярҙамсыларым. Республика, район кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурстарҙа еңеүсемен. Шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә алдынғылыҡты бирмәйем. Хисләнеп, еренә еткереп башҡарам. Олимпиадаларҙа, фәнни–ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайым. Уҡыуҙа иң өлгөрҙәренең береһе мин. Тик "5"–ле билдәләренә генә өлгәшәм. "Театр", "Нәфис һүҙ оҫтаһы" түңәрәктәрендә теләп шөғөлләнәм. Спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашам. Йөкмәткеле шиғырҙар, әкиәттәр ҙә ижад итәм. Балалар өсөн сыҡҡан республика баҫмаларында ижадым баҫылып тора. Атай-әсәйемдең ғорурлығы, ҡустым Алмаздың терәге булырмын киләсәктә лә.