+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2021, 15:08

“Әсәкәйем-бергенәм” конкурсы тамам!

“Аманат” журналының “ӘСӘКӘЙЕМ-БЕРГЕНӘМ!” тип аталған конкурсына йомғаҡ яһалды. 

“Әсәкәйем-бергенәм” конкурсы тамам!
“Әсәкәйем-бергенәм” конкурсы тамам!

“Әсәкәйем-бергенәм” конкурсы тамам!


#конкурс_әсәкәйембергенәм
Дуҫтар! Ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә, йәғни 28 ҡырпағайҙа (ноябрҙә) иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсә көнөн билдәләйбеҙ.

Әсә көнөнә бағышлап, “Аманат” журналы үҙенең уҡыусылары араһында “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә “ӘСӘКӘЙЕМ-БЕРГЕНӘМ!” тип аталған шиғыр, әкиәт, эссе, хикәйәләр КОНКУРСы иғлан иткәйне. 

Уҡыусылар үҙҙәренең конкурс эштәрен  #конкурс_әсәкәйембергенәм хештегы аҫтында  “Бәйләнештә” сайтында урынлаштырҙы.


Түбәндә һанап кителгән уҡыусылар еңеүсе тип табылды:

Белорет районының Белорет лицей-интернаты уҡыусылары;

Туймазы районының Серафимовка 3-сө мәктәбе уҡыусылары;

Ғәбдүлмәнов Абдулла, Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы;

Ғәбдүлмәнова Хәдиджә, Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы;

Сәйфитдинова Илһөйәр, Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы.

Зүлиә Мәзитова, Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы.

АФАРИН! Уларҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, уҡыуҙарында уңыштар, яҡты киләсәк теләйбеҙ!

Еңеүселәргә “Аманат” журналының иҫтәлекле бүләктәре һәм Маҡтау билдәләре менән ебәреләсәк.

Балаларҙың конкурсҡа ебәргән эштәре “Аманат” журналының 2022 йылғы һандарында баҫылып сығасаҡ.

Конкурс эштәрен ойоштороп, беҙгә тәҡдим иткән, “Аманат”тың ныҡлы терәк-таянысы булған мәктәп директорҙарына, уҡытыусыларға, синыф етәкселәренә, тәрбиәселәргә, атай-әсәйҙәргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, уларға ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар юлдаш булһын!

Әйткәндәй, хөрмәтле ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, ҡәҙерле балалар! Яратҡан “Аманат”ҡа яҙылмай ҡалмағыҙ. Хаҡы 379 һум 57 тин. Индексы- П2706.

“Аманат”лы булайыҡ!

 

ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ

Әсәйҙәр йылмайғас,
Өй эсе йәмлерәк.
Әсәйҙәр бешергән
Аштар ҙа тәмлерәк.

Әсәйҙәр яратҡас,
Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.
Әсәйҙәр булғанға
Бәхетле көнөбөҙ.

Әсәйҙәр бер генә –
Ҡәҙерен беләйек.
Йөрәктәр йылыһын
Уларға бирәйек.
(Әлфиә Әсәҙуллина)


ӘСӘ КҮҢЕЛЕ

Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,
Унда күпме ынйы бар!
һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән
Бала өсөн саф мөхәббәт
Ынйылары бит улар!

Әсә күңелен дала тиҙәр,
Ул тылсымлы, киң дала.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә
Аҡ юлдары донъяла!

Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,
Унда күпме яҡтылыҡ!
Шул күңелдең яҡтыһынан
Тормош тағы балҡып китә,
Ерҙә арта яҡшылыҡ!
(Абдулхаҡ Игебаев)

 

ӘСӘЙЕМ

Әсәйемде бик яратам,
Эшкә китһә, һағынам.
Китмәһен тип тағы ла,
Ҡайтһа, уға һыйынам.

Әсәй өйҙә булған саҡта
Бөтәбеҙгә күңелле -
Яҡты нурлы, йылы ҡояш
Көлөп торған шикелле.
(И.Илембәтова)

“Әсәкәйем-бергенәм” конкурсы тамам!
“Әсәкәйем-бергенәм” конкурсы тамам!
“Әсәкәйем-бергенәм” конкурсы тамам!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: