

Миәкә районының Илсеғол ауылында Керчь ҡушаматлы атҡа һәйкәл асылды. Был Бөйөк Ватан һуғышынан тыуған иленә ҡайтҡан берҙән-бер ат.
Керчь 1942 йылда фронтҡа алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Уралдан Берлинға тиклем барып еткән, ике тапҡыр яраланған. Һуғыштан һуң Семена Буденныйҙың шәхси бойороғо буйынса тыуған төйәгенә ҡайтҡан һәм колхозда эшләүен дауам иткән, район һабантуйҙарының почетлы ҡунағы булған.
Ат тураһында мәҡәлә: https://amanat.su/articles/bash-ort-tarikhy/2023-04-25/kerch-atyna-m-gelek-dan-3234011