Ноябрь һанының махсус сығарылышы тулыһынса Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендәге балалар һәм үҫмерҙәр ижадына арналған.
Республиканың төп баҫмалары туған башҡорт телендә яҙған һәм шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән балаларға һәләттәрен асырға мөмкинлек биреүҙәре ҡыуаныслы.
Бәлки, был баҫмаларҙың авторҙары бер нисә тиҫтә йылдан башҡорт шағирҙары, яҙыусылары, уңышлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре булыр.
Һүҙ уңайынан, балалар журналының беренсе һаны 1929 йылда "Керпе" (Еж) исеме аҫтында сыға, 1930 йыл башында журнал "Пионер" тип үҙгәртелә һәм уның беренсе баш мөхәррире билдәле башҡорт шағиры М. Хәй (Хәй Ғабдрафиҡ улы Мөхәмәтйәров) Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған.
Әлфир Байымов, Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле