

Башҡортостан балалар спорт командаһы вәкилдәренең Дағстанда сифатһыҙ ризыҡ ашап ағыуланыуы тураһындағы хәбәргә республика Спорт министрлығында аңлатма биргәндәр.
Дауаханаға эләккән балалар Туймазы районы Ҡандра ҡасабаһыныҡы икән. Балалар һәм ата-әсәләр үҙ аллы йыйылышып Дағстанға ялға киткәндәр, ә спорт ойошмалары аша түгел.
Программала “был осорға бер ниндәй ҙә йыйындар һәм ярыштар ҙа планлаштырылмаған. БР Спорт министрлығы ваҡиғаны иғтибар менән күҙәтә, балаларҙың хәле тотороҡло, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр әлегә юҡ”, – тигәндәр ведомствола.
Сығанаҡ: Башинформ.