0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь , 22:07

Йәш урмансылар һынатманы

Башҡортостан мәктәп урмансылыҡтары Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында уңышлы сығыш яһаны.

Йәш урмансылар һынатманы
Йәш урмансылар һынатманы

Ярышты Федераль урман хужалығы агентлығы “Экологик именлек” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрҙе.

Бәйгегә илдең 46 төбәгенән 123 эш килгән. Был ярышта алдынғылыҡты яулау еңел булмай, әлбиттә. Башҡортостандың мәктәп урмансылыҡтары бер нисә номинацияла билдәләнде.

“Мәктәп урмансылығының ғәмәли эшмәкәрлеге” номинацияһында М.Абдулов исемендәге мәктәп урмансылығын (Нуриман районы) бүләкләнеләр.

“Мәктәп урмансылығының ағартыу эшмәкәрлеге” номинацияһында “Йәшел урман” берекмәһе (Әбйәлил районы) алдынғылар иҫәбенә инде.

Башҡортостан Республикаһы мәктәп урмансылыҡтарының ҡаҙаныштары үҫеп килеүсе быуынға экологик тәрбиә биреүҙә уларҙың мөһим өлөшөн билдәләй. Беҙ Нуриман һәм Әбйәлил райондарынан йәш  коллегаларыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ”, – ти Башҡортостан урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Носратуллин.

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы.

  #экологик_именлек  ,­ #экоблагополучие

Йәш урмансылар һынатманы
Йәш урмансылар һынатманы
Йәш урмансылар һынатманы
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас