+13 °С
Облачно
Яңылыҡтар
30 Апреля , 08:02

Беҙгә “Бәләкәй принц” килә

Беҙҙә  “ЭХО БДФ” Ҙур Балалар фестиваленең махсус программаһы  27 майҙа “Башҡортостан” концерт залы сәхнәһендә башланып китәсәк. Уны “Бәләкәй принц” музыкаль әкиәте аса. Әкиәтте Мәскәү Губерна театры ҡуя (6+).

Беҙгә “Бәләкәй принц” киләБеҙгә “Бәләкәй принц” килә
Беҙгә “Бәләкәй принц” килә

Беҙҙә  “ЭХО БДФ” Ҙур Балалар фестиваленең махсус программаһы  27 майҙа “Башҡортостан” концерт залы сәхнәһендә башланып китәсәк. Уны “Бәләкәй принц” музыкаль әкиәте аса. Әкиәтте Мәскәү Губерна театры ҡуя (6+).

Спектаклдә төп ролде Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков башҡара. Көйҙәрҙе баш дирижер Сергей Пащенко етәкселегендәге театр оркестры уйнай.

“ЭХО БДФ” махсус программаһы һеҙҙең бәрәкәтле ергә – мөғжизәүи мәҙәниәт һәм йомарт ҡунаҡсыллыҡ төбәгенә – тәүләп килә. Башҡортостан Республикаһы ябай традициялар һәм сәнғәткә һаҡсыл ҡараш менән данлы. Нәҡ ошонда беҙҙең “ЭХО” айырым бер тәрәнлек  алыр һәм төрлө быуын тамашасыларын, шулай уҡ мәҙәниәттәге профессионалдарҙы берләштергән сағыу ваҡиғаға әүерелер, тип ышанам. Был осрашыу оҙайлы дуҫлыҡҡа башланғыс булырына инанам. Һеҙҙе күп жанрлы сәнғәт байрамында көтәбеҙ! Сәнғәт һәммәбеҙҙе берләштерһен, илһамландырһын һәм берлектәге ижад шатлығын бүләк итһен”, – ти Сергей Безруков.

Антуан де Сент-Экзюпериҙың “Бәләкәй принц” әкиәтен төрлө йәштәге уҡыусылар ярата. Экзюпери үҙе яҙғанынса, “бөтә өлкәндәр ҙә тәүҙә бала булған бит, тик быны онотмағандары ғына әҙ”. Планетанан планетаға сәйәхәт иткән, донъя гиҙгән, яратырға һәм дуҫлашырға өйрәнгән бәләкәй малай тураһындағы тетрәндергес тарих балаларға яҡын. Ә өлкәндәрҙе әҫәрҙең фәлсәфәүи тәрәнлеге һәм текстың афоризмдарға бай булыуы әсир итә.

Француз композиторҙарының оркестр башҡарған музыкаһы автор тексын нәзәкәтле тулыландырыр. Сағыу образдарға бай симфоник күренештәр әкиәттең ғәжәп музыкаль контексын тәшкил итер. Ә ҙур экранда Экзюпери үҙе төшөргән һүрәттәр һәм видеоинсталляциялар сағылып, балаларҙы Бәләкәй принц менән бергә сәйәхәткә алып китер.

“ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы” махсус проекты Президенттың Мәҙәни инициативаларфонды, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында тормошҡа ашырыла.

Фотолар һәм текст: БДФ / матбуғат хеҙмәте.

#ЭХОБДФ #нацпроектСемья #Фондкультурныхинициатив #Грантдлякреативныхкоманд

Беҙгә “Бәләкәй принц” килә
Беҙгә “Бәләкәй принц” килә
Беҙгә “Бәләкәй принц” килә
Беҙгә “Бәләкәй принц” килә
Беҙгә “Бәләкәй принц” килә
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас