

«ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы» программаһы барышында Өфөнөң «Родина» кинотеатрында бәләләр өсөн иң шәп киноларҙы һәм йәнһүрәттәрҙе күрһәтергә йыйыналар. БДФ Кино һәм БДФ Анимация афишаһында – фествалдең үткән йылдар наградаларына лайыҡ булған биш фильм.
“Календарь ма(й)я " (6+). Фильм Виктория Леддермандың бестселлеры буйынса төшөрөлгән. Хәҙерге заман үҫмерҙәре тураһында ул. Береһенең ғәйебе арҡаһында бөтәһенең тормошо йүнәлешен кирегә үҙгәртә лә ҡуя! Күҙ алдына килтерәһегеҙме? Хәҙер балаларға бер нисә көндө яңынан йәшәргә һәм был тылсымды туҡтатыу сараһын табырға кәрәк. Режиссёр Виктория Фанасютина төшөргән был фильмда төп ролдәрҙе Данила Уютов, Милана Копничева, Фёдор Добронравов, Анна Уколова, Равшана Куркова башҡара.
“Мой дикий друг” (6+) мажаралы фильмы етенсе синыф уҡыусыһы Сашаның тарихын һөйләй. Бер ваҡыт ул урманда йөрөгәндә ҡапҡанға эләккән төлкө балаһын осрата. Йәнлеккә браконьерҙарҙың һунар итеүен белеп ҡалғас, Саша уны йәшереп, ҡотҡарып алып ҡала. Дуҫлыҡ, яуаплылыҡ һәм ғәҙеллек тураһындағы был фильм һеҙгә оҡшаясаҡ! Режиссёр Анна Курбатова төшөргән картинала ролдәрҙе Елисей Чучилин, Юлия Александрова, Юрий Колокольников һ.б. башҡара. Фильм – VIII Ҙур Балалар Фестивале (2025) лауреаты.
"Три богатыря и Пуп Земли" (6+) – анимациялы фильм, былина батырҙарының яңы мажараларын күрһәтә. Горыныч динозавр балаһын табып ала, ә Алёша Попович Кенәз һәм аты Юлий менән ҡуша ер аҫтына төшөп китә. Хәҙер уларға борон-борондан да әүәлерәк нимәләр булғанын белергә һәм Ерҙең серле Кендеген табырға кәрәк. Ғәләмәт ҡыҙыҡ йәнһүрәт! Уны режиссёр Константин Феоктистов төшөргән, ролдәрҙе Олег Куликович, Валерий Соловьев, Дмитрий Быковский-Ромашов, Сергей Маковецкий, Дмитрий Высоцкий тауышландырған. Йәнһүрәт - VII Ҙур Балалар Фестивале (2024) лауреаты.
“Финник" (6+) – өй эйәһе тураһында анимацион комедия. Өй эйәһе йорттағыларҙы шаяртырға ярата. Был йортҡа аҡыллы Һәм тапҡыр Кристина исемле ҡыҙ күсеп килә. Хәҙер инде өй эйәһенә уны ҡурҡытыу еңел түгел! Улар бергәләп ҡалалағы сәйер ваҡиғаларҙың серен сисергә һәм ҡаланы ҡотҡарырға тейеш. Йәнһүрәттең режиссёры – Денис Чернов, ролдәрҙе Михаил Хрусталёв, Вероника Макеева, Ида Галич, Александр Гудков һәм башҡалар тауышландырған. Йәнһүрәт – V Ҙур Балалар Фестивале (2022) лауреаты.
«Хоккейные папы» (6+) комедияһы менән программа тамамлана. Балалар хоккей командаһы тренеры насар яңылыҡ ишетә: ҡалалағы берҙән-бер боҙ һарайын һүтергә теләйҙәр! Уны ҡотҡарыуҙың бер генә ысулы бар — һәүәҫкәрҙәр турнирында еңеү. Йәш хоккейсыларҙың атайҙары боҙға үҙҙәре сығырға һәм балаларының киләсәге өсөн көрәшергә була. Фильмда Алексей Бардуков, Анна Чиповская, Михаил Пореченков, Полина Гагарина һәм башҡалар төшкән. Фильм - VII Ҙур Балалар Фестивале (2024) лауреаты.
Бөтә кинолар ҙа «Родина» кинотеатрында күрһәтеләсәк (6+).
"ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы” махсус проекты Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында үтә. Уны ойоштороусылар – Сергей Безруковтың социомәҙәни проекттарға булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү фонды, Мәскәү Губерна театры.
Ойоштороуҙа ҡатнашалар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.
Ҙур Балалар Фестивале “Ғаилә” милли проектына индерелгән һәм “Кесе тыуған яҡ мәҙәниәте” федераль партия проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Президент мәҙәни инициативалар фонды һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы булышлығында үткәрелә.
Сығанаҡ, фото: БДФ матбуғат хеҙмәте.
#ЭХОБДФ #нацпроектСемья #Фондкультурныхинициатив #Грантдлякреативныхкоманд