

29–31 майҙа “ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы” программаһы сиктәрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә БДФ Мәктәп белгестәре күтәреләсәк. Был программа уҡытыусыларҙы мәктәп театрҙарын ойошторорға өйрәтәсәк.
БДФ Мәктәп проекты эксперттарҙы, балалар студиялары педагогтарын һәм режиссерҙарын, әҙәбиәт уҡытыусыларын, тәрбиә эше буйынса кәңәшселәрҙе һәм синыф етәкселәрен берләштерә. Программаны балалар менән спектаклдәр ҡуйып йөрөгән режиссерҙар, педагогтар үткәрә. Лекциялар, семинарҙар мәктәп театрының әһәмиәте, ҡуйыу өсөн әҫәр һайлау, спектакль ҡуйыуҙың төп этаптары, төрлө йәштәге балалар менән эшләү алымдары тураһында мәғлүмәт бирәсәк. Мәктәп уҡытыусылары театр асыу методикаһын ғына өйрәнеп ҡалмаясаҡ, бөтә илдәге фекерҙәштәренең профессиональ берләшмәһенә лә инәсәк.
Кемдәр сығыш яһай?
Антон Ткаченко – БДФ Мәктәп йүнәлеше кураторы, педагогия фәндәре кандидаты, “Золотое сечение” шәхси мәктәбенең тәрбиә буйынса директор урынбаҫары, әҙәбиәт уҡытыусыһы. Шулай уҡ “Золотое сечение” мәктәбенең театр студияһы етәксеһе, “Гудбай, Берлин!”, “Два веронца”, “Четыре с половиной секунды” һ.б. спектаклдәрҙе ижад иткән. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы буйынса мәҡәләләр авторы, “Учитель для России” программаһы методисы, “Уроки литературы и театр: возможности цифровой эпохи” әсбабының авторы.
Алина Кушим – Мәскәү, Пенза, Ярославль, Воронеж ҡалаларындағы профессиональ театрҙарҙа спектаклдәр режиссерлаған. Мәктәп театр студияһында 15-ләп спектакль ҡуйған. “Золотое сечение” мәктәбендә “Литература + театр” тасуири уҡыу курсын эшләгән һәм шуның буйынса уҡыта. Киноларҙа төшә. Олег Табаков премияһы лауреаты.
Елена Дементьева – актриса, театр педагогы, “Творческое объединение9” театр компанияһын ойоштороусыларҙың береһе. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн проекттар менән шөғөлләнә. Актриса булараҡ “Практика” театры, Милләттәр Театры, Вс. Мейерхольд исемендәге үҙәк менән хеҙмәттәшлек иткән. Мәскәү дәүләт филармонияһының поэтик һәм музыкаль программалары авторы. Белем биреү үҙәктәрендә актерлыҡ оҫталығы буйынса саҡырылған педагог булып эшләгән. Мәктәп спектаклдәре режиссеры.
Һүрәттәрҙә: Антон Ткаченко; Алина Кушим; Елена Деменьева.
Фото һәм текст: БДФ матбуғат хеҙмәте.
#ЭХОБДФ #нацпроектСемья #Фондкультурныхинициатив #Грантдлякреативныхкоманд