

30 һәм 31 майҙа “ЭХО БДФ” Балалар Ҙур Фестивалендә Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапхана залдарында БДФ Китап йүнәлешенең ижади осрашыуҙары үтте. Ике көн эсендә балалар 13 сарала ҡатнашты.
“Уҡыусылар өсөн идеаль детектив серҙәре” дискуссияһында яҙыусылар Евгения Русинова, Ольга Лишина, Юлия Весова һәм рәссам иллюстратор Леся Уланова детектив әҫәр сюжетының ҡоролошо тураһында һөйләне, һушты алғыс тарихтарҙы нисек яҙырға, буласаҡ ваҡиғаларҙың ишараларын тексҡа йә иллюстрацияларға нисек йәшерергә өйрәтте. Программаны куратор Марина Молявина алып барҙы.
60-лап китап авторы Санкт-Петербург яҙыусыһы Евгения Русинова ике сара үткәрҙе. Уның “Деревья исчезают в полночь” тигән детектив повесы буйынса “Геройҙан хат” тигән квест булды. Балалар әҫәрҙең төп героиняһы Пашканан хат алды, кроссвордтар систе, үҙенсәлекле һүҙбәйләнештәр төҙөнө, юғалған килограмдарҙы эҙләне, хатта авторға хат яҙҙы.
Русинова тағы ла уйынлы осрашыу үткәрҙе. “Детектив һәм уны нимә менән ашайҙар” тигән был уйында китап һөйгән үҫмерҙәр жанр үҙенсәлектәре, тикшеренеү өсөн геройҙы һайлау серҙәре тураһында белде, “Дәлил буйынса енәйәтсене тап”, “Нимә юғалды?”, “Фоторобот” тигән уйындарҙа ҡатнашты.
«Юный читатель — особенный, его не обманешь. Детей важно убедить, завлечь. По базовому образованию я учитель физики, люблю разные задачки, а в детстве увлекалась детективами. Видимо, две эти ипостаси проявляются при написании книг. Мне нравится придумывать сюжеты, где интрига сохраняется до последней страницы, и только в финале выясняется, кто виновник.Вдохновение я черпаю отовсюду. Недавно на встрече дети предложили столько идей! Одна девочка сказала: «А что, если сыщиком будет микроб?» Потом мы фантазировали, что детективом станет бутылочка воды. Это очень вдохновляет. Я пообещала ребятам, что если использую их идеи, то обязательно укажу, что у меня были соавторы», – тине Евгения Русинова.
Балалар өсөн шиғырҙар һәм проза авторы, төрлө әҙәби премиялар лауреаты Юлия Весова ике дәрес әҙерләгән. “Тормош нисек итеп китапҡа әйләнә” тигән ижади осрашыу 30-ында ла, 31-ендә лә үтте. “Анька, выходи!” тигән хикәйәләр йыйынтығына арналды ул. Балалар осрашыуҙа прототип, антураж нимә икәнен белде, викторинала ҡатнашты, йәшерелгән хазинаны эҙләп ҡараны.
31 майҙа Юлия Весова “Йәйге мажаралар картаһы” тигән оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Автор менән бергә балалар йәйге эштәр картаһын төҙөнө, сәскә композицияһын эшләне, телефонһыҙ-гаджетһыҙ күңелле шөғөлдәр тапты.
«Когда приезжаешь на встречу, общаешься с детьми, ты напитываешься каждым моментом — это может быть штрих, образ или взгляд. Потом всё это перерабатывается внутри и воплощается в литературных произведениях», — тине Юлия Весова.
Яҙыусы, педагог Ольга Лишина үҫмерҙәр өсөн шиғыр яҙыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Бергәләшеп замана шиғриәте тураһында һөйләштеләр, технология осоронда шиғырҙарҙың нимәгә кәрәге бары тураһында бәхәсләштеләр, шунан тәүге шиғри юлдарын ижад итеп ҡаранылар. Кем белә, бәлки был балалар араһында буласаҡ шағирҙар ултырғандыр.
“Сияй!” китабының авторы һәм “Девять жизней шестого “У” йыйынтығы авторҙарының береһе булған Ольга Лишина ошо йыйынтыҡ буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе. Балалар персонаждарҙың характерын төҙөү менән танышты, үҙҙәре герой портретын һүрәтләп ҡараны.
Рәссам иллюстратор Леся Уланова өс ижади дәрес үткәрҙе. 30 майҙа үткән береһе “Дурында һәм компания. Үҙ тарихыбыҙҙан комикстар төшөрәбеҙ” тип аталды. Ольга Замятинаның “Дурында” китабын биҙәгән рәссам балаларҙы комискстар эшләргә өйрәтте, уникаль персонаждар ижад итеү серҙәре менән уртаҡлашты.
“Һин төшөргән! Идеаль китап образы” тигән арт-терапиялы оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар үҙ геройын, төп күренеште һәм буласаҡ китабының тышлығын төшөрҙө.
31 майҙа үткән “Ҡарағай скетчинг, йәки Зарисовкалар сәнғәте” оҫталыҡ дәресендә Леся Уланова иллюстраторға ниндәй материалдар кәрәклеге, идеяларҙы нисек табырға, арт-көндәлектең үҙеңде һәм хистәреңде аңларға ярҙам итеүе тураһында һөйләне.
Фото һәм мәғлүмәт: “ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы” матбуғат хеҙмәте.