+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
3 Июня , 07:09

БДФ Оҫтаханалар үҫмер артистарҙы сәхнә серҙәренә өйрәтте

Өфөлә БДФ Оҫтаханалар программаһы эшләне. Ул “ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы” Ҙур Балалар Фестиваленең бөр өлөшө ине. 200-ҙән ашыу үҫмер – балалар театр студиялары, мәктәптәре һәм ижад һарайҙарынан 12–16 йәшлек һәүәҫкәрҙәр – илдең иң билдәле педагогтарының тренингтарын үтте һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибә алды.

БДФ Оҫтаханалар үҫмер артистарҙы сәхнә серҙәренә өйрәттеБДФ Оҫтаханалар үҫмер артистарҙы сәхнә серҙәренә өйрәтте
БДФ Оҫтаханалар үҫмер артистарҙы сәхнә серҙәренә өйрәтте

Балалар менән дә, театр һәм кино профессионалдары менән дә эшләп өйрәнгән оҫталар сәхнә серҙәрен бик яшы белә һәм уларҙы үҫеп килгән быуынға тапшырырға тырыша. Дүрт көнлөк интенсивҡа сәхнәлә хәрәкәтләнеү һәм бейеү, ҡурсаҡ һәм предмет менән эшләү, драма театрында вокал, сәхнә телмәре һәм дикция буйынса оҫталыҡ дәрестәре, психологик ым-ишара һәм темпоритм буйынса тренингтар ингәйне.

 

Программа ике урында эшләне.

Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр:

- Анна ГИЛУНОВА, Мәскәү Губерна театрының ҡуйыусы балетмейстеры, режиссер, хореограф, ВГИК һәм ГИТИС уҡытыусыһы,

- Евгений АСТАФУРОВ, Мәскәү Губерна театрының музыкаль етәксеһе һәм саунд-продюсеры, композитор, аранжировкалаусы, музыкант, ҡуйыусы хормейстер,

- Алла РЕШЕТНИКОВА, Мәскәү Губерна театрының режиссеры, актер оҫталығы буйынса педагог, “Театрал Йондоҙо” премияһы номинанты,

- Аделина САПАЕВА, ҡуйыусы режиссер, федераль режиссерлыҡ лабораторияларының еңеүсеһе һәм ҡатнашыусыһы.

 

Өфө балалар филармонияһындағы программала ҡатнаштылар:

-  Дмитрий ПЛАТОНОВ, Татарстандың һәм Ҡырым Республикаһының атҡаҙанған артисы, “Радость моя” телеканалының ҡуйыусы режиссеры, “Созвездие-Йолдызлык” (Ҡазан) театрының художество етәксеһе,

- Юрий СМИРНОВ, Мәскәү Губерна театрының вокал педагогы, музыкаль продюсер, композитор, тауыш режиссеры, “Хор Турецкого” төркөмөн ойоштороусыларҙың һәм уның артистарының береһе, Cool&Jazzy а-капелла вокаль төркөмөн ойоштороусы һәм уның етәксеһе,

- Елена СТЕФАНКО, Et Cetera Мәскәү театрының һәм Мәскәү мюзикл театрының сәхнә телмәре буйынса педагогы, актриса,

- Владимир БЕЛЯЙКИН, “МОСТ” театрының  ҡуйыусы режиссеры, актер, сәхнәлә хәрәкәтләнеү, бейеү һәм степ буйынса педагог.

 

Оҫталыҡ дәрестәрен алған үҫмерҙәр  илдең төп сәхнә оҫталары менән эшләү мөмкинлеген юғары баһаланы. Уларҙың береһе былай тине: “Беҙҙең йәштәгеләр өсөн был бик ҙур тәжрибә. Дәрестәр бик ҡыҙыҡлы, иҫ киткес атмосфера һәм темп. Әллә күпме яңы таныштар һәм дуҫтар! Педагогтар – үҙ эшенең ысын оҫталары, улар ҙур юл үткән һәм беҙгә үҙ тәжрибәһен тапшыра. Уларҙың уҡыусыһы булыу – ҙур ышаныс. Уларға – хөрмәт һәм һоҡланыу! Беҙ был гүзәл сараны ойоштороусыларға һәм уҡытыусыларға ихлас рәхмәтлебеҙ”.

Педагогтар йәш артистарҙы әҙерләүҙең юғары кимәлен,  эштең яҡшы ойошторолоуын һәм Өфөлә йылы ҡабул итеүҙәрен билдәләне.

Бына тигән ер, иҫ киткес республика. Өфө – ихлас ҡала, бында ҡабат килге килеп торор. Ә кешеләр бында бигерәк талантлы”, – ти Дмитрий Платонов.

Владимир Баляйкин: “Миңә бөтәһе лә оҡшаны. Бик шәп ойошторолған. Өфө – бик матур йәшел ҡала. Балалар иҫ киткес, улар менән һәйбәт педагогтар эшләгәне күренеп тора. Улар тәртипле, материалды тиҙ үҙләштерә, күптәре театр вуздарына инергә теләй”.

Евгений Астафуров: “Өфөлә ҡабул итеүҙәре, беҙҙең фестивалде ҡаршы алыуҙары иҫ китерлек булды. Беҙ бик шат. Мотлаҡ тағы килербеҙ”.

***

«ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы» махсус проекты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырылды. Ойоштороусылар  – Сергей Безруковтың социомәҙәни проекттарға ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды, Мәскәү Губерна театры. Ойошторошоусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.

Ҙур Балалар Фестивале “Ғаилә “ милли проектына индерелгән һәм Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль партия проектын тормошҡа ашырыу  сиктәрендә үткәрелә.

 

Мәғлүмәт һәм фото: БДФ матбуғат хеҙмәте.

#ЭХОБДФ #нацпроектСемья #Фондкультурныхинициатив #Грантдлякреативныхкоманд

БДФ Оҫтаханалар үҫмер артистарҙы сәхнә серҙәренә өйрәтте
БДФ Оҫтаханалар үҫмер артистарҙы сәхнә серҙәренә өйрәтте
БДФ Оҫтаханалар үҫмер артистарҙы сәхнә серҙәренә өйрәтте
БДФ Оҫтаханалар үҫмер артистарҙы сәхнә серҙәренә өйрәтте
БДФ Оҫтаханалар үҫмер артистарҙы сәхнә серҙәренә өйрәтте
БДФ Оҫтаханалар үҫмер артистарҙы сәхнә серҙәренә өйрәтте
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас