+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
25 Июня , 08:41

Мәҙинә менән Илшат Арктикаға барасаҡ

Башҡортостандан ике уҡыусының Арктикаға экспедицияға эләгеү ихтималлығы тураһында яҙғайныҡ инде. Беҙҙекеләр, Мәҙинә Мусина менән Илшат Зәйнетдинов, “Белем боҙватҡысы” экспедицияһының ярым финалын үтеп, финалға сыҡты, тигәйнек.

Мәҙинә менән Илшат Арктикаға барасаҡМәҙинә менән Илшат Арктикаға барасаҡ
Мәҙинә менән Илшат Арктикаға барасаҡ

Башҡортостандан ике уҡыусының Арктикаға экспедицияға эләгеү ихтималлығы тураһында яҙғайныҡ инде. Беҙҙекеләр, Мәҙинә Мусина менән Илшат Зәйнетдинов, “Белем боҙватҡысы” экспедицияһының ярым финалын үтеп, финалға сыҡты, тигәйнек.

Ниһайәт, Мәскәүҙә “Росатом” корпорацияһы үткәргән сараның финалы үтте.  Финал ярыштарында  27 кеше еңеүсе булған. Араларында Мәҙинә менән  Илшат та бар!

Мәҙинә “Ижадсы” (буласаҡ инженерҙар өсөн), ә Илшат “Оҫта” (эшсе һөнәрен һайлаясаҡ  балалар өсөн) трегында ҡатнашҡан. Финал “фәнни спарринг” рәүешендә үткән. Ҡатнашыусылар өсәр кешеле командаларға бүленгән һәм фәнни-технологик темаларға дебаттарҙа бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған ҡараштарҙы яҡлаған. Квант хисаплауҙарынан башлап Арктиканы үҙләштереүгә тиклем төрлө темалар тәҡдим ителгән уларға. Былар хаҡында “Башинформ” хәбәрсеһенә “Фән һәм технологиялар ун йыллығы” китапханаһында һөйләгәндәр.

Мәҙинә Мусина – Өфөнөң 158-се башҡорт гимназияһы, ә Илшат Зәйнетдинов – Кушнаренко ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы.

Ошо уҡ экспедицияға Башҡортостандан Стәрлетамаҡтың 11-се мәктәбе завучы Артем Инчин да юлланасаҡ. Ул “Атом дәресе-2025” конкурсы еңеүсеһе булараҡ һайлап алынған.

Фото: Башинформ өсөн махсус / “Фән һәм технологиялар ун йыллығы” китапханаһы

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас