

Туғыҙынсы синыфты тамамлағандарҙың 60 проценты колледждарға бара. Колледжда улар бөгөнгө йәмғиәткә кәрәкле һөнәрҙәр алып сыға. Шуға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров колледждарҙы төҙөкләндереүгә һәм яңыртыуға ҙур иғтибар бирә.
Үткән аҙнала төбәк етәксеһе Дүртөйлө районында булды һәм яңыртылған Дүртөйлө күп профилле колледжын ҡараны. Колледж агросәнәғәт белгестәрен әҙерләү өсөн федераль грант алған. Проектҡа республика бюджеты ла өлөш индергән.
Уҡыу йорто заманса йыһазландырылған, роботлаштырылған һауым системалары, VR-тренажерҙар ҡуйылған зоналар, ауыл хужалығы техникаһы полигоны, агродрондар бар.
“Беҙҙә “Профессионалитет” программаһына эләккән колледждар һаны иң күбе – республикалағы 92 уҡыу йортоноң 35-е уға ингән. Улар етди үҙгәрештәр кисерә”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Олег Яровиков / Башинформ.
Сығанаҡ: Башинформ.