+17 °С
Ясно
Яңылыҡтар
30 Июля , 08:58

Белем көнө Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналасаҡ

1 сентябрҙә республиканың бөтә мәктәптәрендә яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан тантаналы линейкалар үтәсәк. 2026 йылда ул ил Президенты Рәсәйҙә иғлан иткән  Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналасаҡ.

Белем көнө Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналасаҡБелем көнө Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналасаҡ
Белем көнө Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналасаҡ

1 сентябрҙә республиканың бөтә мәктәптәрендә яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан тантаналы линейкалар үтәсәк. 2026 йылда ул ил Президенты Рәсәйҙә иғлан иткән  Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналасаҡ.

Ҡарар ил кимәлендә ҡабул ителгән, ә Рәсәй Мәғариф министрлығы саралар буйынса тәҡдимдәр әҙерләгән.

Тәҡдимдәргә ярашлы, мәктәптәрҙә тантаналы линейкалар РФ Дәүләт флагын сығарыу һәм күтәреү, шулай уҡ Дәүләт гимнын башҡарыу менән асыласаҡ. Мәктәп етәкселәре һәм абруйлы ҡунаҡтар  ҡотлау һүҙҙәре әйтәсәк.  Ҡунаҡ итеп хәрби хәрәкәттәр ветерандары,  МХО ҡатнашыусылары, күп балалы һәм күп быуынлы ғаиләләр вәкилдәре, мәктәпте уңышлы тамамлаусылар, милли-мәҙәни берләшмәләр вәкилдәре саҡырылырға мөмкин. Уларҙың сығыштары Рәсәйҙә халыҡтар дуҫлығына һәм ил киләсәге өсөн яуаплылыҡҡа арналыуы мөһим.

Бөтә мәктәптәрҙә лә беренсе дәрес “Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү”гә арналсаҡ.

Республикала 2026 йыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителгәйне. Тимәк, ғаилә ҡиммәттәренең  һәм быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолаларҙың мөһимлеге темаһы ла урынлы буласаҡ.

 

Фото:  Анастасия Другова / Башинформ архивы.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас