

Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияһы уҡыусыһы Мәҙинә Мусинаның, “Белем боҙватҡысы – 2026” проектында еңеү яулап, халыҡ-ара экспедицияға эләгеүе тураһында яҙғайныҡ инде. Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған VII халыҡ-ара фәнни-ағартыу экспедицияһы август айына тәғәйенләнгәйне.
Бына, ниһайәт, Мәҙинә ҙур сәйәхәттә йөрөй ҡайтҡан.
Арктикаға Рәсәйҙән һәм башҡа 22 илдең мәктәптәренән, колледждарынан 68 уҡыусы һәм студент барған.
“Еңеүҙең 50 йыллығы” боҙватҡысында ун көн йөрөп, улар Мурманск – Төньяҡ ҡотоп – Франц-Иосиф ере – Мурманск маршрутын үткән.
Сәйәхәт барышында уҡыусылар һәм студенттар уникаль һынауҙар үткәргән:
- Арктиканың төпкөл төбәктәрендә элемтәне көйләү өсөн радиозонд осорғандар,
- экологияны күҙәтеү маҡсатында донъяла тәүге тапҡыр, стратосфераға күтәрелеп, кире әйләнеп ҡайта алған платформаны һынағандар. Платформа бирелгән нөктәгә төшөп ултырған һәм судноның бортына күтәртелгән.
Рейс һыу өҫтө судноһында Төньяҡ ҡотопҡа 200-сө экспедиция булараҡ тарихҡа ингән.
Фото: Өфө хакимиәте мәғариф идаралығының матбуғат хеҙмәте.