

Хәйбулла районы Аҡъюл ауылы халҡы “Ата-әсә һөнәре – балаға мираҫ” тигән сара үткәргән. Ул райондың "Тере һыу" конкурсы барышында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнап ойошторолған.
Аҡъюлдар күмәкләшеп Йылайыр йылғаһы буйын таҙартҡандар. Өлкәндәр усаҡ яҡҡан. Байрамға һәр ғаилә ихлас әҙерләнгән.
Мөнирә Мәүлитдин ҡыҙы, килене Ынйы, ейәнсәре Әҙилә менән балаларға эркет ҡайнатып, ҡорот эшләп күрһәткән.
Ағайҙар, салғы тапап, бесән сапҡан. Былары заман балаларына үтә лә ҡыҙыҡ күренгән.
Мәрүәт Әсҡәт ҡыҙы ейәнсәре Камилә менән төрлө үлән сәйҙәре алып килгән һәм улар тураһында ентекләп һөйләгән.
Ильяс һәм Фируза Ишемғоловтар ҡыҙҙары Илүзә һәм ейәнсәрҙәре менән файҙалы үләндәр, сәскәләр ҡушып, мунсаға миндек бәйләү серҙәрен уртаҡлашҡан.
Байғужина Зөлфирә ҡыҙы Наҙгөл менән балаларға бал ҡорто тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләгән, баллы-һыйлы өҫтәл әҙерләгән.
Ишемғолова Зөлфиә ейәнсәре Фатима менән ҡымыҙ бешеп күрһәткән, уның файҙаһы тураһында һөйләгән. Балаларға ҡымыҙ бик оҡшаған.
Ҡужина Земфира балалар менән бергә файҙалы балтырған ашын бешереп табынға ҡуйған.
Йылайыр буйы балтырған ашы, хуш еҫле сәй, эркет еҫтәренә, салғы сыңына сорналды.
Шулай итеп, ололар йәш быуынға халыҡты быуаттар буйы йәшәткән һөнәрҙәрҙе күрһәткән. Ә иң мөһиме – балалар һәм өлкәндәр, ғаилә араһында туғанлыҡ ептәре, ауылдаштар араһында берҙәмлек, татыуыҡ нығытылған.
Сығанаҡ: Хәйбулла район хакимиәте / ВК.