“Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, бейей-бейей оҫтара”, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, Шамонин мәктәбендә эшләп килгән бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа, хәҙер оҫтарып, шыма итеп баҫырға, тамашасы күңелен арбарға өйрәнде. Бөгөн иһә танылған “Дарман” өлгөлө бейеү ансамблен Өфө районында ғына түгел, тотош Башҡортостанда беләләр.
Бынан алты йыл элек мәктәптә бейеү түңәрәге булараҡ үҙ эшен башлаған ансамблде Алина менән Роберт Хәмиҙуллиндар ойоштороп ебәрҙе. Тәүге йылдарҙа балалар һаны әҙерәк булһа, бөгөн ете төркөмдә 100-ҙән ашыу бала шөғөлләнә.
“Дарман”ға балалар 6-7 йәштән ҡабул ителә. Аҙнаһына өс тапҡыр икешәр сәғәтлек бейеү дәрестәре алалар.
“Дарман”дың репертуарында башҡорт, татар, урыҫ, үзбәк, һинд, молдован, испан, ҡытай, ҡаҙаҡ, Кавказ халыҡтары бейеүҙәре бар. Балалар уларҙы бик ихласлап өйрәнә, сөнки бейеү менән бергә шул халыҡтың көнкүреше, йәшәйеше, мәҙәниәте тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғ-лүмәттәр алалар. Һәр дәрес үҙенсәлекле итеп, күтәренке кәйефтә үтә.
Алина Рауил ҡыҙы Өфөнөң атаҡлы “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамблендә бейегән, әлеге көндә бар тырышлығын Шамонин ауылы балаларына һала. Ул ҡыҙҙарға бейеү дәрестәрен генә биреп ҡалмай, һомғоллоҡ, нәзәкәтлелек, шулай уҡ биҙәнеү, кейенеү серҙәрен дә өйрәтә. Шулай уҡ милли биҙәүестәр, ҡул эштәре менән шөғөлләнеү ҙә “Дарман” ҡыҙҙарының оҫталығын, маһирлығын арттыра.
Ә бына Роберт Ринат улы “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән халыҡ мәҡәленә таянып эш итә. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә оҙаҡ йылдар бейегән, “Ҡош юлы” бард фестивале еңеүсеһе, “Мәргән уҡсы” яугирҙәренең береһе. Бейеүсе малайҙары ла, үҙенә оҡшап, егеттәрсә өҙә баҫып бейей ҙә, ҡурайҙа ла уйнай, уҡ атырға ла өйрәнә, ағастан төрлө әйберҙәр ҙә яһай.
Һәр төркөм дармансылары үҙ-ара татыу, дуҫ. Улар төрлө байрамдарҙы бергә үткәрә, тәбиғәткә ял итергә сыға.
Алты йыл эсендә “Дарман” халыҡ бейеүҙәре ансамбле республикабыҙҙа үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа лауреат һәм еңеүсе булып танылды. Былтырғы йыл иһә дармансылар өсөн айырыуса уңышлы булды: “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында улар Гран-при яуланы! Ә етәкселәре Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндар “2017 йылдың иң яҡшы хореографы – бейеү ҡуйыусылары” тип билдәләнде!
Һәр йылдың аҙағында “Дарман”дар Баш ҡала балалар филармонияһында залды тултырып, өс сәғәтлек ҙур программа менән сығыш яһай, отчет концерты ҡуя. Быйыл да ошондай матур, бай йөкмәткеле концерт баш ҡалабыҙҙы гөрләтеп уҙҙы. Һөҙөмтәлә, абруйлы жюри, махсус комиссия тарафынан юғары баһаланып, “Дарман” лайыҡлы рәүештә “Өлгөлө халыҡ бейеү-ҙәре ансамбле” исемен алды.
Август айында ансамбль Ҡырым Республикаһының Межводное ауылы янында үткән “Алтын майҙан – Ҡырым” халыҡ-ара фольклор инклюзив фестиваль-конкурсында уңышлы сығыш яһап, 1-се урын яуланы. Башҡорт халыҡ бейеүҙәре “Йыйын” һәм “Гөлнәзирә”не бейеп, Ҡырым сәхнәһен, төрлө милләт вәкилдәрен таң ҡалдырҙы дармансыларыбыҙ. Фестивалдә Рәсәйҙең 40 төбәгенән 1300 ҡатнашыусы араһынан 30 концерт номеры ғына Гала-концертҡа үткән. Шулар араһында “Дарман”дың булыуы, Башҡортостаныбыҙҙың данын яҡлап, бәҫен күтәреп, ҙур еңеү менән ҡайтыуы – Шамонин ауылы халҡына ғына түгел, бөтөн башҡорт халҡы өсөн оло ғорурлыҡ ул.
“Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы менән дә хеҙмәттәшлек итә, улар үткәргән төрлө кисәләрҙә, концерттарҙа ҡатнаша. Шамонин бейеүселәре хаҡында хатта телевизион фильм да төшөрөлдө.
“Сәләм”, “Алтын тирмә”, “Әкиәт китабы”, “Тау-тау хәбәр” тапшырыуҙарының да ҡунағы булды дармансылар.
Һәр ата-әсә өсөн балаһының сәләмәтлеге иң беренсе урында тора. Бала йүгерергә, һикерергә, спортты яратырға, рәхәтләнеп үҫергә тейеш. Шуға күрә лә быны аңлаған ата-әсәләр балаларын ҙур теләк менән бейеү түңәрәгенә йөрөтә. Сөнки бейеү һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Бейегәндә кешенең ҡан әйләнеше, хәтере яҡшыра. Мускулдарҙың барыһы ла эшләгәс, кәүҙә нығына, тын юлдары асыла. Тән һығылмалы, буй-һын зифа була. Баш мейеһе лә яҡшыраҡ эшләй, баланың фекерләү ҡеүәһе лә үҫешә. Үҙ-үҙенә ышанысы арта, кешеләр менән аралашыуы, дуҫтар табыуы ла еңеләйә.
Һәр бейеүгә килешле костюмдар тектереү, төрлө ярыштарға йөрөү, конкурстарҙа ҡатнашыу – былар барыһы ла сығымдарһыҙ булмай, әлбиттә. Балалары ихлас шөғөлләнгәс, атай-әсәйҙәр ансамблгә рухи яҡтан да, матди йәһәттән дә һәр ваҡыт ярҙам итә.
“Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбленең етәкселәренә – хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндарға – халыҡ бейеүҙәренә, сәнғәткә, һөйөү тәрбиәләп, балаларыбыҙға ҡанат ҡуйғандары, тормоштарын төрлө күңелле һәм фәһемле ваҡиғалар менән балҡытҡандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Ҙур еңеүҙәрең, табыштарың алда әле, дарманлы “Дарман”!