+3 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Дөйөм мәҡәләләр
28 Декабрь 2024, 12:05

Картаң бәрәкәтле булһын

Банк карталары балаларҙың кеҫә аҡсаһын ҡыҫырыҡлап сығара бара. Һандар ҙа быны раҫлай: хәҙер мәктәп уҡыусыларының яртыһы кеҫәһендә банк картаһы йөрөтә. Карта уңайлы: ата-әсә кәрәк тиклем аҡсаны үҙе күсерә, йә лимит ҡуйып, автотүләү көйләй.

Картаң  бәрәкәтле  булһын
Картаң бәрәкәтле булһын

Балаларға дебет картаһын 6 йәштән асыр­ға була. Дебет тигәне, банк бирә торған кредиттан айырмалы, үҙең һалған аҡсаны аңлата. 14 йәштән үҫмер паспорты менән үҙенә карта аса ала. Карта менән бала аҡса тотонорға, сығымдарын планлаштырырға, ҡулаҡсаһыҙ түләүҙәр күсерергә өйрәнә. Аҡсаһын бик хужалыҡлы тотоноп, ҡайһы бер балалар байтаҡ аҡса туплай.
Карта йөрөтөүҙең бала өсөн етешһеҙлектәре лә бар.
— Бәләкәстән тик карта йөрөтһә, ҡулаҡса менән бөтөнләй эш итә белмәүе ихтимал.
— Карта менән түләгәндә балалар ғына түгел, ҡайһы бер өлкәндәр ҙә аҡса тотоноу самаһын юғалтҡылай. Аҡсаны ҡулға тотоп һанау менән күҙгә күренмәгән аҡсаны тотоноу араһында айырма ҙур ғына, ти, кеше психологияһы белгестәре. Ошо үҙенсәлекте онотмаҫҡа тырышығыҙ.
— Онлайн уғрылар ҙа бик әүҙем эшләй. Үҙегеҙ ҙә ишеткеләп тораһығыҙҙыр: кемде генә алдамай ҙа кемде генә миллиондарынан яҙҙырмай улар. 14 йәше тулған ба­ла­ларға бигерәк тә хәүеф янай. Уғрылар социаль селтәрҙәрҙә бала менән бәйләнешкә инә һәм анһат ҡына аҡса эшләп алырға тәҡдим итә: үҙ исеменә карта асып, уны “заказсыға” тапшырырға. 5 меңдән 15 мең һумға тиклем аҡса бирәләр.
Был карталар уғрыларҙың (ғәҙәттә, улар сит илдән эш итә) өлкәндәрҙе талау схемаһында ҡулланыла: уларға аҡсаһын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә ҡушалар. Был иҫәп әлеге бала картаһы булып сыға. Күскән аҡсаны тиҙ генә һыпырып алалар ҙа ғәйеп булалар.
РФ Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, илдә тиҫтәләрсә, хатта йөҙҙәрсә мең үҫмер һәм йәш кеше енәйәтсел схемаға ылыҡтырыла. Енәйәтселәргә ярҙам иткән өсөн уларға енәйәт яуаплылығына тарттырылыу ҙа янай.
Шуға ла карталы һәр бала ошондай финанс хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белергә тейеш:
— ПИН-кодты карта менән бергә һаҡлама, уны картаға яҙып ҡуйма, сит кешеләргә әйтмә. ПИН-кодты ятлап ал.
— Банкоматта йә терминалда ПИН-кодты сит күҙҙәргә күрһәтмәй йый.
— Карталағы мәғлүмәттәрҙе – эйәһенең фамилияһын-исемен, яраҡлылыҡ ваҡытын, артындағы CVC/CVV-кодын, смс йә электрон хат менән килгән йәшерен кодтарҙы бер кемгә лә әйтмә.
— Телефондан шылтыратып, үҙен банк йә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип танытҡан сит кешеләр менән һөйләшмә, элемтәне өҙ. Был шылтыратыу хәүефле то­йолоп, күңелеңде өйкәп торһа, банкка үҙең шылтырат, шигеңде һөйлә.
— Таныш булмаған сайттарҙа һәм ышанысһыҙ күренгән интернет-магазиндарҙа шәхси мәғлүмәттәреңде яҙма, бер нәмә лә һатып алма. Уйындарға, онлайн-сервистарға картаңды бәйләмә.
— Картаны бер кемгә лә, хатта дуҫтарыңа ла бирмә. Закон быны тыя.
— Карта юғалһа, тиҙ арала ата-әсәңә хәбәр ит. Үҙ исемеңдәге карта булһа, банкка барыпмы, банк сайты йә онлайн-ҡушымта ашамы, картаны йәһәт кенә бикләү мөһим. Сит-яттар ҡулына эләкһә, картаңды тиҙ арала “бушатыуҙары” бар.


Әлфиә АҠБУТИНА.

Автор:
Читайте нас: