1
Бер нәсихәт бирәм, балам, тормош юлыңа:
Һис ҡасан да көфөр хәмер алма ҡулыңа.
Ни өсөнмө? Бының барҙыр бик ҙур сәбәбе –
Ата-бабаң үҙ итмәгән хәмер эсеүҙе.
Хәмер йотоу хәрәм булған, ҡаты тыйылған,
Уға хатта ҡағылыу ҙа гонаһ һаналған.
Бабаң белгән: әгәр хәмер тамһа ауыҙға,
Тамсыһы ла әүерелә көслө ағыуға.
Шул ағыуҙы күп халыҡтар тәмләп ҡараған,
Шул арҡылы бик күптәре тамам ҡырылған.
2
Индеецтар борон бөйөк, ғорур булғандар,
Һунар итеп, күккә бөркөт сөйөр булғандар.
Телмәр тотҡан саҡтарында шағир булғандар,
Алыштарҙа ҡурҡыу белмәҫ яугир булғандар.
Аҡ тәнлеләр индеецтың ҡанын күп түккән,
Ләкин мәхрүм итә алмаған уны иректән.
Шул ваҡытта баҫҡынсылар мәкер ҡорғандар:
Аҫабаның алдарына хәмер ҡуйғандар.
Ошонан һуң индеецтың бөткән ҡеүәте,
Иңләмәгән зәңгәр күкте уның бөркөтө,
Гайавата* данланған йыр киткән теленән,
Һәм дәһшәтле томагавк** төшкән ҡулынан.
Әйләнгән ул шулай утлы һыуҙың ҡолона,
Үҙ ғүмерен ҡуйған шулай әжәл юлына.
Чукот халҡы борон хужа булған Себергә,
Зәхмәттәргә бирелмәгән улар ғүмерҙә.
Көн күргәндәр һунар итеп китҡа, боланға,
Йән аямай ташланғандар килгән дошманға.
Тик улар ҙа хәмер йотҡан, күреп урыҫтан,
Нәҫелдәрен шул әлеге хәмер ҡоротҡан.
Унан һәләк булған тағы бик күп яҡуттар,
Эскимостар, эвенк халҡы, татар, башҡорттар…
Ни сәбәптән хәмер эсеү беҙгә килешмәй?
Ни өсөн һуң европалы уға бирешмәй?
Ошо һорау инеп сыҡһа милләт уйына,
Башын, бәлки, тыҡмаҫ ине мәйле һыуына.
Ҡыҙыҡһа ла, ымһынһа ла уға аңыбыҙ,
Һис тә генә ҡабул итмәй уны ҡаныбыҙ!
Ҡаныбыҙға һалынмаған хәмер йотоуҙар.
Бер халыҡҡа ҡот булһа ул, беҙгә – йот вә зар.
3
Хәмер йотоп, милләт ҡаны, аңы боҙолдо –
Егеттәрҙе ҡырҙы хәмер, ҡырҙы ҡыҙҙарҙы.
Булды заман: Башҡортостан хәмер эсеүҙә
Тәүге урын алып торҙо бөтөн Рәсәйҙә!
Мәй-араҡы ҡуныр булды һәр бер табынға.
Шул арҡылы әүерелде тормош тамуҡҡа.
Бер эскәне ташламаны яман ғәҙәтен,
Хәйерсегә әйләнде ул, ташлап хеҙмәтен,
Араҡынан томаланды яҡты зиһене,
Зәғифләнде саф намыҫы, тәне һәм йәне,
Алмаштырҙы ғаиләһен, көнөн хәмергә.
Күрәһең бит – ундай заттар бик күп хәҙер ҙә.
Бел: иҫерткес эсемлектең ялтыр шешәһе –
Ғүмереңде өҙә торған ҡорал гильзаһы.
Һаулығыбыҙ иҫәбенә кемдер көн һайын,
Шешә һатып, ҡалынайтып тора кеҫәһен.
Әммә быға күҙ йомалар ата-әсәләр,
Кәйеф-сафа ҡорор өсөн хәмер эсәләр.
Балаһына улар шулай үрнәк күрһәтә,
Йәнәһе лә, бер бокалдан булмай бер ни ҙә.
Кеше һүҙен йыҡмайым тип күптәр эсәләр,
Йәнәһе лә, тәҡдим иткән кеше үпкәләр.
Ләкин, балам, инде мәғлүм һиңә барыһы –
Шатлыҡ түгел, ҡайғы «бүләк итә» араҡы.
4
Балам, ҙурайғас та кешеләргә эйәрмә,
Ҡор-табында иҫерткестәр эсеп өйрәнмә!
Балаҡайым, зинһар, тыңла әйткән һүҙемде,
«Тотоп ебәр!» – тип ҡыҫтаһа кемдер үҙеңде,
Күнә күрмә, алкоголгә һис тә ҡағылма,
«Юҡ, эсмәйем!» – тип әйт. Ул ҡотортор тағы ла.
Ул һорашҡан булыр эсмәүеңдең сәбәбен.
Һин аҡланма, әйҙә һине эстән әрләһен.
Эстән әрләр, тел тейҙереп, бәлки, кәмһетер,
Эсмәй күңел асыуыңа үҙе көнләшер.
Шул ваҡытта һин төшмәһәң кеше һүҙенә,
Саф булырһың, бәҫ өҫтәрһең төҫөң-йөҙөңә.
Байрамдарҙа сөсө ҡымыҙ, буҙа, айран эс,
Араҡыға һәм һыраға тыуһын ерәнес!
Шампандан да, шараптан да баш тарт, төңөл һин,
Иҫерткестәр йыуынтыҡҡа илтеп түгелһен!
Хужа булһаң әгәр, йәмле табын ҡорорһоң,
Ҡунаҡ булһаң әгәр, табын йәмен тойорһоң.
Һин өгөтлә туғандарҙы, өндә дуҫтарҙы –
Хәмерҙәрһеҙ үткәрһендәр байрам-туйҙарҙы.
Тыуған көндәр булған саҡта йәки Яңы йыл,
Ата-әсәңә әйт: «Ултыртмайыҡ алкоголь!»
Ата-әсәң, яҡындарың әйтһен тостарын,
«Затлы» шампан түгел, ҡойоп татлы һуттарын.
Аңлат һин уларға, аңлат талмай-арымай,
Ни сәбәптән беҙгә хәмер йотоу ярамай.
Хәмер тәмләмәһен йәнә һинең балалар,
Шул ваҡытта ҡайтыр беҙҙең матур йолалар!
Күңелеңдә ҡалһа, балам, ошо нәсихәт,
Йәшәрһең һин хәсрәт белмәй, күреп сәғәҙәт.
Мөнир Иҡсанов
Гайавата - Төньяҡ Америка аҫабаларының юлбашсыһы.
Томгавк - яу балтаһы.